8 декабрь, Кесе йома

27 июнь 2014 йыл, 17:59

Рөстәм Хәмитов Рәсәй Президенты ярҙамсыһы Игорь Левитин менән осрашты

автор: "Башинформ"

27 июндә Республика Йортонда Рөстәм Хәмитов Рәсәй Федерацияһы Президенты ярҙамсыһы Игорь Левитин менән эш осрашыуын үткәрҙе. Башҡортостанда авиация һәм юл төҙөлөшө өлкәһендә проекттарҙы тормошҡа ашырыу мәсьәләләре тикшерелде, тип хәбәр иттеләр төбәк башлығының матбуғат хеҙмәтенән.

— Дөйөм тәғәйенләнештәге авиация темаһы беҙҙең өсөн ҡыҙыҡлы. Республика ҙур. Бер осонан икенсеһенә тиклем төньяҡтан көньяҡҡа 600 саҡрымдан ашыу, көнбайыштан көнсығышҡа 300, ҡайһы бер урындарҙа хатта 400 саҡрым. Авиацияһыҙ бындай киңлекте, әлбиттә, уратып алып булмай. Был йүнәлештә нисек үҫешеү, нимә эшләү пландарыбыҙ бар. Беҙ авиация техникаһын етештереү буйынса һөйләшергә теләйбеҙ. Беҙҙең ике эре – моторҙар һәм вертолеттар заводы бар. Улар, әлбиттә, яңы проекттарҙа ҡатнашырға теләй, — тип билдәләне Рөстәм Хәмитов.

Уның әйтеүе буйынса, Ка-27, Ка-32, Ка-226 тыш, республикала шулай уҡ яңы асыштар бар – бәләкәй вертолеттар, үтә бәләкәй вертолеттар. Уларҙы ағымға ҡуйырға кәрәк, сөнки техниканың ихтыяжда булыуы ихтимал. Һис шикһеҙ, аэродромдар селтәре тураһында ла уйлау зарур. Ул совет заманында республикала ҙур ине. Ан-2-ләр бөтә республика буйынса осто.

— Беҙ хәҙер уның мөмкин булмауын аңлайбыҙ, әммә Өфөнән 400 саҡрым алыҫлыҡта урынлашҡан райондар бар, улар менән авиация хәрәкәтен көйләргә кәрәк, — тине Рөстәм Хәмитов.