8 декабрь, Кесе йома

27 июнь 2014 йыл, 15:10

Рөстәм Хәмитов һәм Игорь Левитин «Асыҡ һауа» авиафорум ҡатнашыусыларының үрнәк сығыштарын баһаланылар

автор: Илья Спиридонов | фото: Олег Яровиков

Башҡортостан башлығы Рөстәм Хәмитов һәм Рәсәй Президенты ярҙамсыһы Игорь Левитин Кушнаренко районының «Первушино» аэродромында уҙған «Асыҡ һауа» IX Бөтә Рәсәй авиация һөйөүселәр слетында ҡатнаштылар.

БР берләштерелгән бик еңел һәм еңел авиация федерацияһы рәйесе Сергей Миңлеғолов менән улар төбәктә был йүнәлеште үҫтереү мәсьәләләрен һәм эшләнгән эштең йомғаҡтарын тикшерҙеләр. Сергей Миңлеғолов ҡунаҡтарға, Бөйөк Ватан һуғышында бәреп төшөрөлгән, тергеҙелгән У-2 самолетын күрһәтте.

Һуңынан Рөстәм Хәмитов һәм Игорь Левитин, юғары пилотаж фигураларын эшләүсе, авиафорум ҡатнашыусыларының үрнәк сығыштарын баһаланылар. Республика башлығы пилоттар һәм осоу мәктәптәре тәрбиәләнеүселәре менән аралашты, шулай уҡ Apollo мотодельтаплан кабинаһын ҡараны.

Авиасмотр майҙансығында Рөстәм Хәмитов һәм Игорь Левитин РФ Президенты янындағы дөйөм тәғәйенләнештәге авиацияны үҫтереү мәсьәләләре буйынса комиссия ултырышында ҡатнаштылар.