11 декабрь, Йәкшәмбе

27 июнь 2014 йыл, 10:58

Башҡортостанда ҡара сиңерткәгә бәйле ғәҙәттән тыш хәл зонаһы 50 мең гектарҙан артты

автор: Илья Спиридонов

Әлегә Башҡортостанда ҡара сиңерткәгә бәйле ғәҙәттән тыш хәл иғлан ителгән территорияның майҙаны 50 мең гектарҙан артты, тип хәбәр итте БР Дәүләт Йыйылышының Аграр мәсьәләләр, экология һәм тәбиғәтте файҙаланыу буйынса комитет ултырышында Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының республика буйынса баш идаралығы начальнигының беренсе урынбаҫары Закир Хужәхмәтов.

Әлегә биш районда ғәҙәттән тыш хәл режимы иғлан ителгән, матди зыян, яҡынса баһалауҙар буйынса, 10 миллион һумға яҡынлаша.  Тағы бер район – Хәйбулла – юғары әҙерлек шарттарында эшләй. Былар ғәҙәттән тыш хәл режимын төбәк кимәлендә индерергә нигеҙ бирә.

БР ауыл хужалығы министры урынбаҫары Владимир Незнановтың әйтеүе буйынса, ауыл хужалығы культураларын эшкәртеү технологияларын үтәмәү, ҙур майҙанды биләгән һөрөнтө ерҙәрҙе эшкәртелмәүе иҫәбенә ҡара сиңерткәләрҙең таралыуы, ауыл биләмәләрендә ерҙәрҙе эшкәртмәү ҡоротҡостарҙың киң таралыуына килтергән төп сәбәптәр булып тора.

Ҡара сиңерткәләр Силәбе һәм Ырымбур өлкәләре менән сиктәш урынлашҡан Урал аръяғы райондарыда күпләп үрсей.

— Һуңғы 30 йыл эсендә Башҡортостанда ҡара сиңерткәләрҙең күпләп баҫып алыуы 1986-1989, 1998-2001 һәм 2010-2014 йылдарҙа теркәлгән. Ғөмүмән әйткәндә, улар цикллы сифатҡа эйә, — тип аңлатты Владимир Незнанов.

Ултырышта ҡатнашыусылар Урал аръяғында фитосанитар хәлдең быйыл күҙалланғанға ҡарағанда күпкә ҡатмарлыраҡ килеп сығыуын билдәләне. Министр урынбаҫары хәбәр итеүенсә, тикшерелгән 283 мең гектарҙың 198-ен ҡара сиңерткәләр баҫып алған. Уларҙың һаны, иҡтисади йәһәттән зыян килтереү сиге 10-15 булғанда, айырым райондарҙа квадрат метрында 40-ҡа тиклем барып баҫа.

— Химик эшкәртеү ваҡытын файҙаланып ҡалмаған саҡта ҡанатланыу стадияһында ҡара сиңерткәләр көнөнә 20-30 саҡрым үтә ала, был уларҙың таралыуына тағы ла бер сәбәп булап тора, — тип билдәләне Владимир Незнанов.

—2014 йылда 20 район территорияһындағы 192 мең гектар самаһы ошо ҡурҡынысҡа дусар ителгән. Температураның күтәрелеүен һәм яуым-төшөмдөң кәмеүен иҫәпкә алғанда ҡоротҡостарҙың үҫемлектәрҙе зарарлауы артасаҡ ҡына, — тине Закир Хужәхмәтов.

БР буйынса «Рәсәй ауыл хужалығы үҙәге» филиалы етәксеһе Рөстәм Кирәев, саранча кеүектәрҙең таралыуын иҫкәртеү буйынса тулы масштаблы фитосанитар саралар үткәреү өсөн 45 миллион һум аҡса талап ителә, тине. Федераль үҙәк бөгөнгә көндә тик 2 миллион һум ғына аҡса бүлгән.

Ултырыш аҙағында Аграр мәсьәләләр, экология һәм тәбиғәтте файҙаланыу буйынса комитет ағзалары мәсьәләне Волга буйы федераль округы кимәлендә тикшереү, төбәк-ара эшмәкәрлекте көсәйтеү, шулай уҡ ауыл хужалығы ҡоротҡостарының таралыуын бөтөрөү буйынса сараларҙы финанслауҙы арттырыу менән бәйле закондар сығарыу инициативаһын әҙерләү кәрәклеген билдәләне.