Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.66

EUR 63.72

23 ғинуар, Дүшәмбе

Уфа   °

«Первушино» аэродромында «Асыҡ һауа» IX Бөтә Рәсәй авиация һөйөүселәр слеты асылды

Йәмғиәт

Кушнаренко районында урынлашҡан «Первушино» аэродромында «Асыҡ һауа» IX Бөтә Рәсәй авиация һөйөүселәр слетын һәм махсус бәләкәй авиация күргәҙмәһен асыу тантанаһы уҙҙы.

Өс көн дауамында төрлө семинарҙар, РФ Президенты ярҙамсыһы Игорь Левитин етәкселегендәге РФ Президенты янындағы дөйөм тәғәйенләнештәге авиацияны үҫтереү мәсьәләләре буйынса комиссияның эшсе ултырышын үткәреү планлаштырылған.

Бынан тыш, тамашасыларҙы юғары пилотаж буйынса донъяның абсолют чемпионы Виктор Чмаль ҡатнашлығында сағыу һауа байрамы көтә.

Бөтә Рәсәй авиация һөйөүселәр слеты-2014 туранан-тура Башҡортостан Президенты һәм Хөкүмәте, шулай уҡ БР Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы, республиканың Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты ярҙамы менән уҙғарыла.

— Беҙ сарала йөҙләгән һауа судноһын көтәбеҙ — ул 200 самаһы ҡатнашыусы һәм экипаж ағзаһы. Ун меңләгән тамашасының булыуы күҙаллана, ғәҙәттә беҙҙең слетта шулай була ла. Тамашасылар өсөн авиация хәүефһеҙлеге һәм уңайлыҡ буйынса максималь талаптарҙы тәьмин итергә әҙербеҙ, — тип билдәләне матбуғат конференцияһында аэродром директоры, «Өфө бәләкәй авиацияның уҡытыу-методика үҙәге» коммерцияға ҡарамаған автономлы ойошма генераль директоры Сергей Миңлеғолов. — Шәмбе, йыл һайын «Первушино» аэродромында уҙғарылып килгән, «Һауа виртуоздары» ҙур һауа байрамы үтәсәк. Байрамды ҙур концерт менән тамамларға планлаштырабыҙ.

— Ошондай ҙур һәм кәрәкле сараның беҙҙең майҙансыҡта уҙғарылыуы бик яҡшы, ул күп нәмә тураһында һөйләй, — тине үҙенең тәбрикләү телмәрендә  БР йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры Андрей Иванюта. — Бәләкәй авиацияның киләсәге ҙур, уны үҫтерергә кәрәк. Бындай слет етди аҙымдар эшләргә мөмкинлек бирәсәк. Был эште үҫтергәндәргә, уға бөтә күңелен һәм йөрәген һалғандарға ҙур рәхмәт.

Башҡортостан илдең авиация сәнәғәте үҙәктәренең береһе булып тора. Республикала эре вертолет, авиамотор һәм приборҙар эшләү предприятиелары эшләй. Тимәк слет үткәреү урыны лайыҡлы һайланған.

Авиация форумы сиктәрендә уҙғарылған күргәҙмә экспозицияһына ҡағылғанда, ул тематик бүлектәрҙең киң спектрын солғап ала. Белгестәр һәм күргәҙмәгә килеүселәр иғтибарына бәләкәй авиация өсөн комплект изделиеларын, махсус ҡорамалдар етештереүселәр; авиатехника һатыусы ойошмалар; самолет һәм вертолет тренажерҙарын етештереүсәләр һәм дилерҙар; техник хеҙмәтләндереү үҙәктәре; вертолет майҙансыҡтары һәм бәләкәй авиация аэродромдарын йыһазландырыу менән шөғөлләнеүсе компаниялар; яғыулыҡ заправкалау комплекстары; авиация үҙәктәре тәҡдим ителгән.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть