Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.23

EUR 60.31

24 апрель, Дүшәмбе

Уфа   °

Республикала 130-ҙан ашыу сығарылыш уҡыусыһы аттестатһыҙ ҡаласаҡ

Йәмғиәт

Башҡортостанда, яҡынса мәғлүмәттәргә ярашлы, быйыл 130-ҙан ашыу сығарылыш уҡыусыһы аттестатһыҙ ҡаласаҡ. Улар иҫәбендә резерв көндәрҙә – 18 һәм 19 июндә рус теле һәм математика буйынса мотлаҡ Берҙәм дәүләт имтиханында минималь сикте үтә алмаусылар ҙа. Бөтә мәғлүмәттәрҙе эшкәрткәндән һуң был һандың бер аҙ төҙәтелеүе мөмкин.

Рус теле буйынса БДИ-ла резерв көндә бөтәһе 97 кеше ҡатнашты, уртаса балл – 47,1, минималь сикте алты кеше үтә алманы (уларҙың икәүһе имтихандан сығарылды). Математика буйынса БДИ-ны 1137 кеше яҙҙы, уртаса балл – 31,7, минималь сикте 74 кеше үтә алманы, тип хәбәр иттеләр БР Төбәк мәғлүмәт эшкәртеү үҙәгенән.

Резерв көндәрҙә тапшырылған, рус теле һәм математика буйынса ҡуйылған БДИ балдары менән килешмәү тураһында аппеляция 30 июндә 15 сәғәттән алып 17 сәғәткә тиклем үтәсәк. Аппеляцияға ғаризалар БР Мәғарифты үҫтереү институты вестибюлендә (Өфө ҡалаһы, Минһажев урамы, 120) эш ваҡытында (9 сәғәттән алып 18-гә тиклем) йәки электрон почта apellyatsiya@mail.ru аша (2014 йылдың 30 июнендә иртәнге туғыҙға тиклем) ҡабул ителә.

Теги: бди-2014
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть