4 декабрь, Йәкшәмбе

26 июнь 2014 йыл, 14:43

ШОС һәм БРИКС журналистары Башҡортостанда атта һыбай йөрөргә, ҡымыҙ бешергә һәм кейеҙ баҫырға өйрәнде

автор: Розалия Вәлиева | фото: авторҙың фотолары

ШОС һәм БРИКС илдәре журналистары – Башҡортостан буйынса матбуғат турында ҡатнашҡан Ҡытай, Бразилия, Италия, Ҡаҙағстан һәм Һиндостан вәкилдәре сәйәхәттең тәүге көнөндә республиканың Белорет һәм Әбйәлил райондарында булды.

Тәүге туҡталыш Уҫманғәле ауылындағы ошо уҡ исемде йөрөткән мәсет булды. Сит илдекеләр ҙур ҡыҙыҡһыныу менән экскурсоводтың һөйләгәнен тыңланы, һорауҙар бирҙе. Ҡунаҡ-журналистар өсөн мотлаҡ пункт – ентекле фотосессия, улар бөтә нәмәне – өйҙәрҙе, урманды, тауҙарҙы төшөрә.

Оҙаҡ ҡына барғандан һуң журналистарҙы «Ар ташы» турбазаһына килтерҙәләр, унда уларҙы аттар көтә ине. Ҡаҙағстан һәм Ҡытай вәкилдәре ҡыйыуыраҡ булып сыҡты, эйәрҙә Һиндостан журналисы яҡшы ултыра, ә Италия вәкиленең үҙен ысын егет итеп хис итергә ҡыйыулығы етмәне, арбала сәйәхәт ҡылды. Шуға ҡарамаҫтан, ғәҙәти булмаған транспорт төрөнән етерлек тәьҫорат алды – үҙенең камераһын бер минутҡа ла һүндермәне.

«Ә ҡымыҙҙы нисек эшләйҙәр?», «Уның тәме ниндәй?» — тип һораны гидтан сит ил вәкилдәре. Бал тураһында уларҙың ишеткәндәре, ашап ҡарағандары бар һәм Башҡортостандың бренд продукцияһы икәнлеген аңлайҙар. Оҙаҡламай ҡунаҡтар Әбйәлил районындағы ҡымыҙ фермаһына килеп етте.

Бында журналистар бейәне нисек һауғандарын һәм ҡымыҙ эшләгәндәрен күрҙе. Ҡайһы берәүҙәре үҙҙәре лә махсус таяҡты ҡулдарына алып бейә һөтө менән әсеткене болғаны. Ҡолондарҙы фотоға төшөрҙөләр, милли башҡорт ашамлыҡтары – ҡаҙылыҡ, сәк-сәк, бауырһаҡ, өсбосмаҡ, ҡыҙыл эремсек, ҡорот, бишбармаҡ, ҡымыҙҙан ауыҙ иттеләр.

Бынан тыш, сит ил ҡунаҡтары ысын тирмәлә булды, уға оҡшашты элек күсмә башҡорттар ҡулланған.

— Ҡышын тирмәне йылытыу өсөн уны эстән кейеҙ менән эшләгәндәр, — тип һөйләне экскурсовод.

Кейеҙҙең нимә икәнен белер өсөн ҡунаҡтар Әбйәлил районының Буранғол ауылында урынлашҡан Кейеҙ йортона юл тотто.

Кейеҙ эшләү буйынса оҫталыҡ класын Кейеҙ йорто етәксеһе Зөлфиә Мәхийәнова күрһәтте. Ҙур уҡлау ярҙамында йөндө оҙаҡ ваҡыт йәйеү урынына хәҙер ағас эшкәртеү станогы ҡулланыла, ә таҙа эҫе һыуҙы һабын иретмәһе менән ҡайҙар һыу алмаштырған. Журналистарға элекке кейеҙ баҫыу йолаһын да күрһәттеләр. Ике метр оҙонлоҡтағы келәмде эшләү өсөн биш килограмм көҙгө һарыҡ йөнө һәм ике сәғәт дауамында уны бер туҡтауһыҙ баҫыу талап ителә. Ғәҙәттәгесә, кейеҙ баҫҡан саҡта оҫталар халыҡ йырҙарын башҡарҙы.

Сит ил журналистарының Башҡортостан буйынса сәйәхәтенең тәүге көнө Яҡтыкүл эргәһендәге тау-саңғы трассаһы түбәһенә менеү менән тамамланды.

Бөгөн, 26 июндә, ҡунаҡтар Сибай карьерын, Шүлгәнташ мәмерйәһен һәм Темәс тарихи-мәҙәни үҙәкте күрәсәк.

Матбуғат турының ойоштороусылары – республиканың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы булышлығында БР Туризм буйынса агентлығы.