Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.83 ↓

EUR 69.29 ↑

13 декабрь, Шаршамбы

Уфа   °

Республиканың Яҙыусылар союзына яңы әҙәбиәтселәр ҡабул ителде

Мәҙәниәт

Башҡортостан Яҙыусылар союзы рәтенә 11 әҙәбиәтсе ҡушылды. Был хаҡта шағирә, Союз идараһы ағзаһы Лариса Абдуллина хәбәр итте.

Яҙыусылар ойошмаһының яңы ағзалары – шағирәләр Гөлнара Хәлфетдинова, Ғәлиә Кәлимуллина, өйрәнеүсе ғалим Гөлфирә Гәрәева, прозаиктар Рәйлә Сабитова, Нияз Алсынбаев, Марат Әминев, Мәхмүт Сәлимов.

Татар секцияһы составына шағирә Ләйсән Яҡупова инде.

Союздың рус секцияһының яңы ағзалары араһында – «Болоттар» Заманса сәнғәт үҙәгенең әҙәби йүнәлеш кураторы Марианна Плотникова, Дмитрий Масленников, Светлана Панасенко.

Яңы әҙәбиәтселәрҙе ҡабул иткәндән һуң республиканың яҙыусылар ойошмаһында 260 кеше иҫәпләнә.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть