8 декабрь, Кесе йома

26 июнь 2014 йыл, 12:26

Туғыҙ партия ваҡытынан алда Башҡортостан Президенты һайлауҙарында ҡатнашыуҙары тураһында белдерҙе – БР Үҙәк һайлак комиссияһы

автор: Ғәлиә Нәбиева

Туғыҙ һайлау берекмәһе 14 сентябрҙә ваҡытынан алда Башҡортостан Президенты һайлауҙарында үҙҙәренең ҡатнашыуҙары тураһында белдерҙе. Кандидаттарҙы күрһәтеү буйынса партия сараларын үткәреү тураһында тейешле белдереү ҡағыҙы республиканың Үҙәк һайлак комиссияһына килгән.

Үҙҙәренең конференцияларын «Берҙәм Рәсәй» бөтә Рәсәй сәйәси партияһы, «Рәсәй патриоттары», Рәсәй Федерацияһының Коммунистар партияһы, Рәсәй халыҡ идаралығы партияһы, «Рәсәй пенсионерҙар партияһы – ғәҙеллек өсөн», «Граждандар көсө» төбәк бүлексәләре үткәргән, тип хәбәр иттеләр БР Үҙәк һайлак комиссияһында.

Аҙна аҙағына тиклем конференцияларҙы «Яблоко» Рәсәйҙең берләшкән демократик партияһы, Рәсәйҙең либераль-демократик партияһы, «Ғәҙел Рәсәй» төбәк бүлексәләре уҙғарасаҡ.

Ике кандидат – «Берҙәм Рәсәй» партияһының Башҡортостан төбәк бүлексәһенән Рөстәм Хәмитов һәм «Рәсәй патриоттары»нан Илдар Бикбаев – республиканың Үҙәк һайлау комиссияһына күрһәтеү буйынса документтарын тапшырған.