Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.63 ↑

EUR 62.26 ↓

23 март, Кесе йома

Уфа   °

Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы депутаттары «Ата-әсәләр ҡаһарманлығы» миҙалын ойоштороу тураһындағы тәҡдимде хупланы

Сәйәсәт

Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы депутаттары БР «Дәүләт наградалары һәм маҡтаулы исемдәр тураһында»ғы Законын «Ата-әсәләр ҡаһарманлығы» миҙалын алыуға хоҡуҡтары булған граждандар категорияһын билдәләүсе пункт менән тулыландырырға тәҡдим иттеләр. Был ҡарар Дәүләт төҙөлөшө, хоҡуҡ тәртибе һәм суд мәсьәләләре буйынса комитет ултырышында ҡабул ителде.

«Ата-әсәләр ҡаһарманлығы» миҙалы республикаға дан килтергән, ҡаһарманлыҡ күрһәткән йәки кеше ғүмерен ҡотҡарыу өсөн батырлыҡ эшләгән, фәндә, ижадта спортта йәки башҡа ижтимағи мөһим эшмәкәрлектә айырым ҡаҙаныштарға эйә булған балалар тәрбиәләгән ата-әсәләргә, шул иҫәптән уллыҡҡа алғандарға, опекундарға, ҡарап үҫтереүселәргә биреләсәк.

Шулай уҡ өс һәм унан дә күберәк ғәрип баланы, алты һәм унан да күберәк етем йәки ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған баланы уллыҡҡа алған ғаиләләр бүләкләнәсәк.

Был законды ҡабул иткән осраҡта парламентарийҙарға, дәүләт наградаһына аҡсалата бүләкте күҙ уңында тотҡан, акттарҙы билдәләргә кәрәк буласаҡ.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть