Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.65 ↓

EUR 66.67 ↑

24 июнь, Шәмбе

Уфа   °

Өфө дәүләт нефть техник университетының уҡыу алдынғыларына ҡыҙыл дипломдар тапшырҙылар

Йәмғиәт

Шаршамбы, 25 июндә, Өфө дәүләт нефть техник университетының һигеҙенсе корпусында уҡыу алдынғыларына ҡыҙыл дипломдар тапшырыу тантанаһы уҙҙы. Сараны асып, ӨДНТУ ректоры вазифаһын башҡарыусы Рәмил Бәхтизин быйылғы сығарылыштың юбилейлы, 65-се булыуын билдәләне. Өфө нефть институтын тамамлау тураһындағы тәүге дипломдар 1950 йылда тапшырыла. Ул саҡта уны 13 кеше ала. Был ваҡыт эсендә юғары уҡыу йортон 90 мең тиерлек кеше тамамлаған. Өфө дәүләт нефть техник университетын тамамлаусылар араһында – хеҙмәт геройҙары, федераль кимәлдәге министрҙар, эре нефть компаниялары етәкселәре.

— Бөгөн Нефть университетының дипломы ҙур ихтыяжға эйә, уны эш биреүселәр хуп күрә. Уңышлы эшләр өсөн лайыҡлы эш урынын табырһығыҙ тип ышанам, — тине, университетты тамамлаусыларға мөрәжәғәт итеп, Рәмил Бәхтизин.

Быйыл 3561 кешенең 458-һе ҡыҙыл диплом менән тамамланы. Шатлыҡтарын уртаҡлашырға уҡытыусылары ғына түгел, ә ата-әсәләре лә килгәйне. Йәш белгестәрҙең күбеһе эш урындары менән билдәләнгән – уларҙы яғыулыҡ-энергетика комплексы предприятиеларында көтәләр.

— Студенттарҙың күбеһе уҡыу барышында үҙенең киләсәген билдәләй һәм шул компанияларҙа производство практикаһын һәм стажировка үтә, — тип һөйләне тау-нефть факультеты деканы Айрат Хафизов. — Беҙҙә уҡып сыҡҡан йәш белгестәр «Роснефть», «Транснефть», «Газпром», «Лукойл» кеүек ватан, шулай уҡ сит ил компанияларына эшкә урынлаша. Йыл һайын факультетты 300-ҙән ашыу кеше тамамлай, шул саманы уҡырға ҡабул итәбеҙ.

Бөгөнгө көнгә ӨДНТУ-ла 20 бакалавриат йүнәлеше, 35 һөнәр һәм 13 магистратуры йүнәлеше (45 программа) буйынса 17800-ҙән ашыу студент белем ала.

Шул уҡ көндө Өфө дәүләт нефть техник университетында ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған 34 юғары уҡыу йортон тамамлаусы ҡулына диплом алды. Өсәүһендә – ҡыҙыл диплом. Дипломдарҙан тыш, уларға юғары уҡыу йортоноң бюджеттан тыш средстволарынан аҡсалата пособиеға исемле сертификаттар һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырҙылар.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть