8 декабрь, Кесе йома

25 июнь 2014 йыл, 17:31

Өфөлә XIV Рәсәй энергетика форумы үтәсәк

автор: Эльвира Латипова

XIV Рәсәй энергетика форумы Өфөлә 21-24 октябрҙә үтәсәк. Уның төп темаһы – «йәшел энергетика».

Форумды Башҡортостан Хөкүмәте һәм Рәсәй Энергетика министрлығы булышлығында Башҡортостан күргәҙмә компанияһы ойоштора. Уҙаҡташтары – «Башҡортостан электр селтәрҙәре компанияһы» асыҡ акционерҙар йәмғиәте һәм «Башҡортостан электр бүлеү селтәрҙәре» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте.

«Башҡортостан электр селтәрҙәре компанияһы» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, форум сиктәрендә «Энергияны һаҡлау. Электротехника. Кабель» һәм «ШОС энергетикаһы» күргәҙмәләре ойоштороласаҡ. Эш программаһында пленар ултырыш, көнүҙәк энергетика мәсьәләләре буйынса бер нисә конференция һәм конкурстар ҡаралған.