5 декабрь, Дүшәмбе

25 июнь 2014 йыл, 17:05

Өфөлә профессиональ кадрҙар әҙерләү мәсьәләһен тикшерәсәктәр

автор: Әлим Фәйезов

27 июндә Башҡортостан Хөкүмәтенең проект сессияһында профессиональ кадрҙарҙы әҙерләү һәм башҡа бер төркөм мәсьәләләрҙе тикшереү өсөн Мәғариф, Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау, Иҡтисади үҫеш, Сәнәғәт, Финанстар министрлыҡтары, шулай уҡ республиканың Сауҙа-сәнәғәт палатаһы, «Рәсәй таянысы», «Эшлекле Рәсәй», РСПП, Эш биреүселәр союзы һәм эксперт берекмәһе вәкилдәре, төбәктең эре эш биреүселәре йыйыласаҡ. Сараның модераторы – Башҡортостан Республикаһының Президент программаһын тамамлаусылар ассоциацияһы булышлығында «Стратегик инициативалар агентлығы» автономлы коммерцияһы булмаған ойошма департаменты етәксеһе урынбаҫары Борис Белков.

Башҡортостан Республикаһы һәм Стратегик инициативалар агентлығы араһында хеҙмәттәшлек тураһында Килешеүҙе тормошҡа ашырыуға йүнәлтелгән милли компетенциялар һәм квалификациялар системаһының төбәк сегментын ғәмәлгә индереү буйынса юл картаһы – документҡа бөтә яҡтарҙың да килешеүе был сессияның һөҙөмтәһе булырға тейеш. Шулай уҡ белгестең электрон паспорты, электрон хеҙмәт кенәгәһе, идара итеүселәрҙең профессиональ стандартын әҙерләү кеүек Рәсәй территорияһында бойомға ашырылған проекттарҙың презентацияһы планлаштырылған, тип хәбәр итте БР Президент программаһын тамамлаусылар ассоциацияһы рәйесе Азамат Ғөбәйҙуллин.