7 декабрь, Шаршамбы

25 июнь 2014 йыл, 16:24

Республиканың иң яҡшы ташсылары Нефтекамала эшләй

автор: Эльвира Латипова

«БР Төҙөлөш комплексының иҡ яҡшы ташсыһы» VIII Республика конкурсы йомғаҡтары буйынса беренсе урынға «Нефтекамскстройзаказчик» муниципаль унитар предприятиеһы белгестәре Ринат Ғилемханов һәм Сергей Митрофанов лайыҡ булды. Конкурс Нефтекамала үтте, унда 20 звено – бөтәһе 40 ташсы ҡатнашты. Жюри ағзалары теорияны белеүҙе һәм практик эште башҡарыу сифатын баһаланы, тиелә конкурс комиссияһы протоколында.

Икенсе урынды Туймазының «3-сө төҙөлөш фирмаһы» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенән Айҙар Зиятдинов һәм Динар Минияров яуланы. Өсөнсө урында – «Башгражданстрой» тресы яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтендә эшләүсе Вадим Шәрәфетдинов һәм Сергей Пиксаев.

Еңеүселәрҙе дипломдар һәм ҡиммәтле бүләктәр менән тәбрикләнеләр. Ҡалған ҡатнашыусыларға рәхмәт хаттары һәм иҫтәлекле бүләктәр тейҙе.

«БР Төҙөлөш комплексының иҡ яҡшы ташсыһы» —2014 йылда төҙөлөш тармағы хеҙмәткәрҙәре араһында республика профессиональ оҫталыҡ конкурстары рәтендә беренсе ярыш. Ойоштороусылары – БР Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты, БР Төҙөүселәр союзы һәм Рәсәй төҙөүселәр профсоюзы.

18 июлдә республиканың иң яҡшы штукатурҙары ярышасаҡ, 25 июлдә – плита һалыусылар һәм 1 августа – малярҙар.