4 декабрь, Йәкшәмбе

25 июнь 2014 йыл, 15:52

Башҡортостандың дүрт районы ҡара сиңертке ябырылыуына дусар булды

автор: Илья Спиридонов

Был аҙнала ауыл хужалығы сәсеүлектәрендә, болондарҙа һәм көтөүлектәрҙә ҡара сиңерткеләрҙең киң таралыуы менән бәйле республиканың Учалы һәм Йылайыр райондарында ғәҙәттән тыш режим индерелде, тип хәбәр итә РФ Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан Республикаһы буйынса баш идаралығының матбуғат хеҙмәте. Шулай итеп, ҡара сиңерткеләрҙең ябырылыуына дусар булған райондарҙың һаны дүрткә етте.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, үткән аҙнанан алып ғәҙәттән тыш режим Баймаҡ һәм Әбйәлил райондарында индерелгән.

Учалы районы территорияһында ғәҙәттән тыш режим 23 июндән алып иғлан ителгән. Бөгөнгө көнгә 19,8  мең гектарҙа (тикшерелгән майҙандың 85 процентында) ҡоротҡостарҙың барлығы асыҡланған. 150 гектарҙа ауыл хужалығы сәсеүлектәре юҡ ителгән. Ҡара сиңерткеләр төрөнөң һаны бер квадрат метрҙа 22 ҡарышлауыҡҡа етә. Химик эшкәртеү 2,8 мең гектар (пландың 31 проценты) майҙанда башҡарылған. Ғәҙәттән тыш хәлде бөтөрөүгә 24 кеше һәм 12 берәмек техника йәлеп ителгән.

Йылайыр районында ғәҙәттән тыш режим 24 июндән башланды. Ҡара сиңерткәләр 4,9 мең гектар майҙандағы ауыл хужалығы культураларын зарарлаған. Ҡоротҡостарҙың һаны бер квадрат метрҙа 28,5-кә тиклем етә.

Республикала ҡоротҡостар бөтәһе 45 меңдән ашыу гектарҙы биләп алған. Ғәҙәттән тыш хәл режимы махсус бойороҡҡа тиклем һаҡланасаҡ.