7 декабрь, Шаршамбы

25 июнь 2014 йыл, 15:00

Профессор Рифад Вәлиәхмәтов яҡты донъянан китте

автор: "Башинформ"

77-се йәшендә Башҡорт дәүләт педагогия университетының физик культура факультетына нигеҙ һалыусы профессор Рифад Вәлиәхмәтов вафат булды.

Рифад Миниәхмәт улы Вәлиәхмәтов – педагогика фәндәре кандидаты, профессор. «РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы», «СССР-ҙың мәғариф отличнигы», «Физик культура һәм спорт отличнигы», «РФ иң яҡшы физик культура хеҙмәткәре», «РФ атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре», «БР атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре» исемдәренә эйә, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Көмөш билдәһе, «Башҡортостан Республикаһында спортты үҫтереүгә тос өлөш индергән өсөн» билдәһе, Николай Озеровтың миҙалы менән бүләкләнгән.

Күп йылдар Рифад Вәлиәхмәтов Башҡортостандың Рус лаптаһы федерацияһын етәкләй. 44 йыл дауамында физик тәрбиә биреү кафедраһы мөдире, физик культура факультетының беренсе деканы, физик тәрбиә һәм спорттың теоретик нигеҙҙәре кафедраһы мөдире булып эшләй.

1980 йылда П.Ф.Лесгафт исемендәге Физик культура институтында кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлай.

Әлегә тиклем Башҡорт дәүләт педагогия университетының физик культура һәм спорт теорияһы һәм методикаһы кафедраһы профессоры була.

Рифад Вәлиәхмәтов БР баскетбол, рус лаптаһы федерацияларын ойоштороу өсөн күп көс һалған, республикала спорт үҫешенә тос өлөш индергән. Өфөлә Ҡыҙғылт һары туп көнө – 30 йылдан ашыу тарихҡа эйә – традицион спорт байрамы инициаторы һәм ойоштороусыһы була.

Рифад Вәлиәхмәтов менән хушлашыу кесе йома, 26 июндә Ғафури урамы, 52 адресы буйынса 12 сәғәттә үтәсәк.

темалар: хәтер