3 декабрь, Шәмбе

25 июнь 2014 йыл, 12:53

Өфөлә «Мин булдырам!» хәйриә концерты үтәсәк

автор: Гөлфиә Акулова

28 июндә Өфөнөң «Үҙәк» сауҙа комплексында хәйриә акцияһында «Виртуоздар» ҡала музыка мәктәбе уҡыусылары һәм уҡытыусылары сығыш яһаясаҡ. Концерт майҙансығы эргәһендә «кэш-бокс» урынлаштырыласаҡ, һәр бер теләүсе уға хәйер төшөрөп Республика балалар клиник дауаханаһының онкогематологик бүлексәһе балаларына ярҙам итә аласаҡ.

«Мин булдырам!» концертын «Юғалтыуҙар юҡ» хәйриә фонды уҙғара. Сара киске сәғәт биштә башлана.