4 декабрь, Йәкшәмбе

25 июнь 2014 йыл, 12:16

Рәсәй Президенты Владимир Путин милли спорт төрҙәрен үҫтереү тураһындағы законға ҡул ҡуйҙы

автор: Дмитрий Слезин

Шишәмбе, 24 июндә, Рәсәй Президенты Владимир Путин, милли спорт төрҙәрен үҫтереүгә һәм популярлаштырыуға йүнәлтелгән, Рәсәй Федерацияһында физик культура һәм спорт тураһындағы законға ҡул ҡуйҙы.

«Милли спорт төрҙәре буйынса Федераль законға ярашлы, Бөтә Рәсәй спорт төрҙәре реестрына индерелгән, дөйөм Рәсәй спорт федерациялары ойошторола ала, ул федераль законды ҡабул иткәнгә тиклем РФ ҡануниәте тарафынан рөхсәт ителмәне. Бындай спорт төрҙәре исемлеге физик культура һәм спорт өлкәһендәге федераль башҡарма власть органы тарафынан раҫлана», — тип хәбәр ителә Рәсәй Президентының рәсми сайтында.

— Был, һис шикһеҙ, ыңғай осор. Беҙҙең спорт төрҙәрен әүҙем үҫтерергә мөмкинлек тыуыуы, әлбиттә, шатлыҡлы. Бының өсөн ҙур перспективалар бар, — тип яңылыҡҡа үҙ фекерен белдерҙе БР Милли көрәш һәм бил көрәше федерацияһының башҡарыусы директоры Юнир Ильясов.