7 декабрь, Шаршамбы

25 июнь 2014 йыл, 11:35

Йылайыр районы Башҡортостандың мәҙәни баш ҡалаһына әйләнәсәк

автор: Ләйлә Аралбаева

Бөгөн, 25 мартта, «Башҡортостандың мәҙәни баш ҡалаһы» республиканың мәҙәни саралар штандартын Көйөргәҙенән Йылайыр районына тапшырыу тантанаһы үтәсәк.

Мәҙәниәт йылы символы Йылайыр районында бер көн буласаҡ. Бер көнлөк марафон сиктәрендә Мәҙәниәт йылы штандартын тапшырыу тантанаһы, йыл һайын һабантуй уҙғарыла торған урында башҡорт ашамлыҡтары байрамы, шулай уҡ «Боронғо башҡорт уйыны», «Иң яҡшы милли ризыҡ» һәм «Ҡунаҡсыл мөйөш» конкурстары уҙасаҡ.

Республика халыҡ ижады үҙәгенең матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Ейәнсура һәм Йылайыр районы сигендә ҡунаҡтарҙы икмәк һәм тоҙ менән ҡаршы аласаҡтар. Музыкаль тәбрикләү менән «Рус йыры» халыҡ ансамбле сығыш яһаясаҡ.

Байрамға Йылайыр районының бөтә ауыл биләмәләре йәлеп ителгән. Һабантуй яланында тирмәләр ҡуясаҡтар, уларҙың һәр береһендә башҡорт милли аш-һыуын бешерәсәктәр. Байрам концерты программаһында район художество үҙешмәкәрҙәренең иң яҡшы халыҡ коллективтары һәм яңғыҙ башҡарыусылары сығыш яһаясаҡ.

26 июндә Йылайыр районы делегацияһы «Башҡортостандың мәҙәни баш ҡалаһы» марафон штандартын тапшырыу өсөн Стәрлебаш районына юл тотасаҡ.