Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.54 ↑

EUR 67.68 ↓

29 июнь, Кесе йома

Уфа   °

Сит ил журналистары Башҡортостан буйынса матбуғат турына юлланды

Йәмғиәт

Сит ил журналистары – ШОС һәм БРИКС илдәре – Бразилия, Һиндостан, Ҡытай, Ҡаҙағстан һәм Италия киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре өсөн матбуғат туры Башҡортостанда 24-28 июндә үтә.

Ҡунаҡтар Өфө музейҙарында булып, сәнәғәт предприятиелары менән танышып өлгөрҙө.

Шаршамбы, 25 июндә, журналистар Белорет районында Уҫманғәле мәсетендә һәм Ар ташында, Әбйәлил районы буйынса экскурсияла буласаҡ, Яҡтыкүл, Сабаҡлы, Ҡарабалыҡлы күлдәрен фотоға төшөрәсәк.

Шунан һуңғы көндәрҙә журналистар Темәс тарихи-мәҙәни үҙәктә ҡымыҙ етештереү һәм кейеҙ баҫыу менән танышасаҡ, милли башҡорт ашамлыҡтарынан ауыҙ итә аласаҡ. Шулай уҡ улар Шүлгәнташ мәмерйәһенә һәм ҡурсаулығына сәйәхәт ҡыласаҡ. Матбуғат туры һуңында ҡатнашыусылар республика етәксеһе Рөстәм Хәмитов менән осрашасаҡ.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть