3 декабрь, Шәмбе

25 июнь 2014 йыл, 10:18

Рөстәм Хәмитов Ирландияның Рәсәйҙәге Ғәҙәттән тыш Тулы хоҡуҡлы Илсеһе Оун О’Лири менән осрашты

автор: "Башинформ" | фото: БР Президенты сайты

24 июндә Республика Йортонда Рөстәм Хәмитов Ирландияның Рәсәйҙәге Ғәҙәттән тыш Тулы хоҡуҡлы Илсеһе Оун О’Лири менән осрашыу үткәрҙе, тип хәбәр иттеләр төбәк башлығының матбуғат хеҙмәтенән.

Рөстәм Хәмитов һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә Башҡортостандың билдәле ғалимы Шамил Ганцев ҡатнашлығында эре берләштерелгән проект билдәләнеүен әйтеп китте.

— Онкологик ауырыуҙарҙы дауалау мәсьәләләре күп илдәрҙә киҫкен тора. Беҙҙең республика өсөн ул бик көнүҙәк. Беҙ профессиональ үҫеш өсөн алмашыу программаһы үҫеше менән ҡыҙыҡһынабыҙ һәм уны хуплайбыҙ. Ирландия менән республиканың Фәндәр академияһы бергәләп органик ҡалдыҡтарҙы эшкәртеү буйынса проект әҙерләгәнен беләмм. Был беҙҙең өсөн шулай уҡ мөһим. Беҙҙә ҡеүәтле ауыл хужалығы. Ҡалдыҡтарҙы эшкәртеү буйынса ошондай эштәрҙең башҡарылыуы менән ҡыҙыҡһынабыҙ, — тине республика етәксеһе.

Ул Ирландия илсеһен республиканың төп иҡтисади күрһәткестәре менән таныштырҙы, төбәктең иҡтисади потенциалы, сил илдәр менән сауҙа-иҡтисади мөнәсәбәттәре, киләһе йыл Өфөлә үтәсәк Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы ағзалары – дәүләттәр башлыҡтары Советы ултырышы, БРИКС дәүләттәре һәм хөкүмәттәре башлыҡтарының осрашыуы тураһында һөйләне.

— Ирландия менән тышҡы сауҙа әйләнешенә килгәндә, беҙгә хәлде төҙәтергә кәрәк. Беҙҙең хеҙмәттәшлек потенциялы кәрәгенсә баһаланмаған. Хәҙер күрһәткестәр бик үк ҙур түгел, — тип айырып әйтте Рөстәм Хәмитов. — Беҙҙең төп ориентирҙар иҫәбендә – юғары технологиялар секторын киңәйтеү, инновацион инфраструктураны үҫтереү.  Юғары сик продукцияларын сығарыуға йүнәлтелгән химия, нефть химияһы, аҙ тоннажлы производство кластеры үҫешенә баҫым яһайбыҙ. Шулай уҡ нано-индустрия, мәғлүмәти технологиялар, биотехнологиялар, электрон белем биреү йүнәлештәре буйынса эшләйбеҙ. Һәм был өлөштә беҙ бик яҡшы эш итә алыр инек. Һис шикһеҙ, һеҙҙең илегеҙҙәге ит-һөт, тоҡомло малсылыҡ йүнәлештәре үҫешенең тәжрибәһе ҡыҙыҡһыныу уята. Беҙҙең климат шарттарына яраҡлаштырылған, генетика менән мал үрсетеү буйынса селекция проекттары. Бергәләп эшләй алырлыҡ йүнәлештәр бар.

Ирландияның Рәсәйҙеге илсеһе уның етәкселегендәге делегацияның Өфөлә инде ике көн булыуын билдәләне.

— Әле генә республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Эрнст Исаев менән осрашҡандан һуң беҙҙең хеҙмәттәшлекте үҫтереү тураһында меморандумға ҡул ҡуйҙыҡ. Кисәге онкологик үҙәктә булдыҡ. Ул беҙгә ныҡ тәьҫир итте. Шул осрашыуҙан һуң ғилми хеҙмәттәшлек өлкәһендә тура бәйләнештәр булдырыу өсөн мотлаҡ беҙҙең ғилми совет менән бәйләнешкә инәсәкбеҙ, — тине Оун О’Лири.

Ул, «ипподромығыҙ бик ныҡ оҡшаны», тип билдәләне.

— Башҡортостанда һәм Ирландияла кешеләрҙең күп уртаҡ нәмәләре бар. Мәҫәлән, музыкаға һәм аттарға һөйөү. Ирландияла бындай кимәлдәге ипподромдар бар тип уйламайым. Ғәҙәттә ярыштар үткәреү өсөн айырым майҙансыҡтар һәм айырым ат аҙбарҙары бар. Ирландияла йылҡысылыҡ, айырыуса таҙа тоҡомло йылҡысылыҡ секторы бик үҫешкән. Әлбиттә, был өлкәлә беҙҙең тәжрибә етерлек. Бында хеҙмәттәшлек мөмкинлектәрен ҡарарға теләр инек, — тип билдәләне илсе.

Ул шулай уҡ БР Йәмәғәт палатаһы вәкилдәре менән ҡыҙыҡлы осрашыу уҙғанын һөйләне.

— Улар эшләгән модель бик ҡыҙыҡлы. Мин Йәмәғәт палатаһына оҡшаған беҙҙең органдың эше тураһында мәғлүмәт бирергә вәғәҙәләнем. Ул беҙҙә Иҡтисад һәм социаль мәсьәләләр буйынса Милли совет тип атала. Һеҙҙең хеҙмәттәштәрегеҙ беҙҙең менән яҡшы эшләгәндәре өсөн рәхмәт әйтәһем килә. Беҙҙең уртаҡ эштән ныҡ ҡәнәғәтбеҙ, — тине Оун О’Лири.

Осрашыуҙан һуң журналистар менән әңгәмәлә Ирландия илсеһе үҙ-ара хеҙмәттәшлекте ауыл хужалығы өлкәһендә лә үҫтерергә мөмкин булыуын билдәләне.

— Ауыл хужалығына килгәндә, ул һарыҡ үрсетеү. Яҡынса, башланғыс аҙымдар эшләнгән. Рөстәм Хәмитовтың Башҡортостанда ауыл хужалығы секторын үҫтереү буйынса бик яҡшы пландарын күрәм. Ирландия ауыл хужалығы производствоһын үҫтереүҙә бик яҡшы тәжрибәгә эйә, Башҡортостанға күп кенә нәмә тәҡдим итә алабыҙ, — тип билдәләне Оун О’Лири.

Уның әйтеүенсә, тағы ла бер хеҙмәттәшлек өлкәһе – биологик ҡалдыҡтарҙы эшкәртеү. Шулай уҡ мәҙәниәт өлкәһендә лә хеҙмәттәшлектең ҡыҙыҡлы һәм уңышлы булыуы ихтимал.