9 декабрь, Йома

24 июнь 2014 йыл, 16:43

Башҡортостандың Санкт-Петербургтағы Даими Вәкиллеге бөтөрөлдө

автор: "Башинформ"

Башҡортостан Республикаһының Санкт-Петербург ҡалаһындағы Даими Вәкиллеге бөтөрөлдө. Тейешле Указға республика башлығы Рөстәм Хәмитов ошо көндәрҙә ҡул ҡуйҙы. Документ БР рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт интернет-порталында баҫылған. Указға ярашлы, БР Президентының Эштәр менән идаралығына бөтөрөү процедураларын үткәрергә, шулай уҡ бушатылған хеҙмәткәрҙәргә ҡануниәткә ярашлы гарантиялар һәм компенсациялар бирергә, норматив хоҡуҡи акттарҙы сығарылған Указға ярашлы килтергә ҡушылды. Алдан ҡабул ителгән БР Хөкүмәте ҡарарҙарына һәм сығарылған БР Президенты Указдарына тейешле үҙгәрештәр индереләсәк.