9 декабрь, Йома

24 июнь 2014 йыл, 15:37

Башҡортостан Президенты ҡарамағында Эшҡыуарлыҡ буйынса координация советы ойошторолдо

автор: Эльвира Латипова

Башҡортостанда БР Президенты ҡарамағында Эшҡыуарлыҡ буйынса координация советы ойошторолдо. Яңы координация органының шәхси составы менән тейешле документ рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт интернет-порталында баҫылған.

Совет эшҡыуарлыҡҡа ярҙам итеү стратегик йүнәлештәр, административ барьерҙарҙы кәметеү, эшҡыуарлыҡ климатын яҡшыртыу буйынса тәҡдим әҙерләйәсәк. Совет республиканың бәләкәй бизнес мәнфәғәттәрен яҡлаусы йәмәғәт ойошмаларының башланғыстарын һәм проекттарын алға ебәрергә, социаль яуаплы бизнесты үҫтерергә тейеш.

Координация советы даими рәүештә, кәмендә айына ике тапҡыр асыҡ ултырыштарға йыйыласаҡ. Совет ҡарары кәңәш итеү ролен йөрөтәсәк