10 декабрь, Шәмбе

24 июнь 2014 йыл, 14:35

Бразилия, Һиндостан, Ҡытай һәм Ҡаҙағстан журналистары Башҡортостан буйынса матбуғат турына сығасаҡ

автор: Розалия Вәлиева

Сит ил журналистары – ШОС һәм БРИКС илдәре – Бразилия, Һиндостан, Ҡытай, Ҡаҙағстан һәм Италия сит ил киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре өсөн матбуғат туры Башҡортостанда 24-28 июндә үтәсәк.

Программала – Өфө буйынса күҙәтеү экскурсияһы, музейҙарҙа булыу, сәнәғәт предприятиелары менән танышыу. Башҡортостан райондарына сығыу планлаштырыла. Ҡунаҡтарға Уҫманғәле мәсетен һәм Ар ташын күрһәтәсәктәр, БР Әбйәлил районы буйынса экскурсия ойоштороласаҡ, улар Яҡтыкүл, Сабаҡлы, Ҡарабалыҡлы күлдәрен фотоға төшөрәсәк. Журналистар Темәс мәҙәни үҙәктә ҡымыҙ етештереү һәм кейеҙ баҫыу менән танышасаҡ, милли башҡорт ашамлыҡтарынан ауыҙ итә аласаҡ. Шулай уҡ улар Шүлгәнташ мәмерйәһенә һәм ҡурсаулығына сәйәхәт ҡыласаҡ. Матбуғат туры һуңында ҡатнашыусылар республика етәксеһе Рөстәм Хәмитов менән осрашасаҡ.

темалар: матбуғат туры