3 декабрь, Шәмбе

24 июнь 2014 йыл, 14:04

Федераль ойоштороу комитеты республика медицина учреждениеларының ШОС һәм БРИКС саммиттарына әҙерлеген баһаланы

автор: Эльмира Сабирова

Өфөлә эш сәфәре менән 2014-2015 йылдарҙа ШОС-та һәм 2015 йылда БРИКС берекмәһендә Рәсәй Федерацияһының рәйеслеген әҙерләү һәм тәьмин итеү буйынса Ойоштороу комитетының медицина тәьминәте буйынса эшсе төркөм ағзалары булды. Делегация составына Ойоштороу комитетының медицина тәьминәте буйынса эшсе төркөм етәксеһе, начальник вазифаһын башҡарыусы Ирина Егорова, төп советниктар Валерий Кабаков һәм Владимир Журба, шулай уҡ поликлиника менән Үҙәк клиник дауахана баш табибы урынбаҫары Николай Покутнев, Дәүләт санитар-эпидемиологик күҙәтеү үҙәге баш табибы Вадим Мальцев, 1-се клиник дауахана баш табибы Валерий Бояринцев инделәр.

Сәфәр барышында белгестәр бер төркөм Өфө медицина учреждениеларының: 18-се ҡала клиник дауаханаһы, 2-се Республика клиник дауаханаһы, Ғ.Ғ.Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһы, Республика кардиологик диспансеры, Республика ҡан биреү станцияһы, Ашығыс медицина ярҙамы станцияһы, Өфө күҙ ауырыуҙары ғилми-тикшеренеү институты эшен тикшерҙе.

Һөҙөмтәлә Федераль ойоштороу комитеты Өфө дауаханаларының 2015 йылда Өфөлә уҙасаҡ ШОС һәм БРИКС саммиттарына әҙерлекте юғары баһаланы, тип хәбәр итте «ШОС БРИКС Өфө 2015» офис-төркөмө» автономиялы коммерция булмаған ойошмаһының матбуғат хеҙмәте һәм киң коммуникациялар департаменты әйҙәүсе белгесе Елена Арямнова.