5 декабрь, Дүшәмбе

24 июнь 2014 йыл, 12:30

Ирландияның Рәсәйҙәге Ғәҙәттән тыш Тулы хоҡуҡлы Илсеһе «Аҡбуҙат» ипподромын юғары баһаланы

автор: Ғәлиә Нәбиева | фото: Олег Яровиков

— «Аҡбуҙат» ипподромы иҫ киткес. Ул Ирландия ипподромдары өсөн булған иң юғары талаптарға тап килә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бында аттарға ставкалар эшләп булмай. Ирландияла ставкалар – милли спорт, ваҡыт уҙғарыуҙың популяр төрө, — тип һөйләне «Аҡбуҙат» ипподромында булғандан һуң Ирландияның Рәсәйҙәге Ғәҙәттән тыш Тулы хоҡуҡлы Илсеһе Оун О’Лири.

Ирландия Республикаһы делегацияһы ипподромда торған аттарҙы ҡарап, малдарҙың сифатын һәм әҙерлеген баһаланы.

Европа иленең делегацияһы манежды, ат аҙбарын, ипподромдың бинаһын ҡараны. «Аҡбуҙат» директоры Руслан Ғиззәтуллин йүгерешеү юлы ҡапламының составы, дренаж системаһы тураһында ентекле һөйләне.

Үҙҙәренең уңыштарын бишбәйге буйынса балалар командаһы күрһәтте. Ҡыҙҙар конкурс буйынса ярыштарға әҙерләнде. Иппотерапия буйынса дәрестәр сит ил ҡунаҡтарында айырыуса ҡыҙыҡһыныу уятты. Илсе тәүге тапҡыр балаларҙы аттар ярҙамында дауалау тәжрибәһе менән танышты.

— Беҙҙе Өфөлә булған аттарҙы файҙаланыу терапияһы, айырыуса балалар церебраль фалижы менән ауырыған балаларҙы дауалау өсөн, мөмкинлектәр ныҡ хайран ҡалдырҙы. Бындай тәжрибәнең Ирландияла барлығын мин белмәйем, — тип билдәләне илсе.

Делегацияға башҡорт тоҡомло аттарҙың иң сағыу вәкилдәрен күрһәттеләр. «Был иҫ киткес аттар, Ирландияла коннемар аттары булараҡ билдәле, тоҡомдо хәтерләтә», тине илсе.

— Хеҙмәттәшлек өсөн күп мөмкинлектәр бар. Башҡортостан эксперттары Ирландияла булды, тәжрибәне өйрәнде, беҙҙең ипподромдарҙы күрҙе, — тип белдерҙе Оун О’Лири.