11 декабрь, Йәкшәмбе

24 июнь 2014 йыл, 11:23

Волга буйы федераль округының «iВолга-2014» йәштәр форумы ҡатнашыусылары менән Рөстәм Хәмитов осрашты

автор: "Башинформ" | фото: Андрей Старостин

23 июндә Һамар өлкәһендә Рөстәм Хәмитов Волга буйы федераль округының «iВолга» икенсе йәштәр форумы ҡатнашыусылары менән осрашыу үткәрҙе, тип хәбәр иттеләр төбәк башлығының матбуғат хеҙмәтенән. Быйыл йәш инноваторҙарҙың йыйылышы халыҡ-ара статус йөрөтә – унда Ҡытай Халыҡ Республикаһы делегаттары ҡатнаша. Башҡортостандан «iВолгаға» 110 кеше барған. Улар үҙҙәренең эштәрен төрлө тармаҡтарҙа инженерия, медицина, торлаҡ-коммуналь хужалығы, ауыл хужалығы, гуманитар өлкәлә күрһәтте.

Шулай, Башҡорт дәүләт аграр университетының ит һәм һөт технологияһы кафедраһы студенттары Мария Васильева һәм Елена Виноградова үҙҙәренең проекттары өҫтөндә бер йыл самаһы эшләгән. Һөҙөмтәлә улар бейә һөтә нигеҙендә йогурттың ғөмүмән яңы төрөн уйлап сығарғандар. Башҡорт дәүләт аграр университетының энергетика факультеты уҡытыусыһы Рөстәм Аслаев бер фазалы замыканиены билдәләү буйынса комплексты тәҡдим итте.

Осрашыу аҙағында журналистар менән аралашып Рөстәм Хәмитов, «беҙҙең йәштәр бик һәләтле, улар даими нимәлер уйлап сығара, яңы формалар тәҡдим итә. Шул иҫәптән төрлө ҡатмарлы мәсьәләләрҙе хәл иткәндә, мәҫәлән, мохтаждарға, аҙ тәьмин ителгән халыҡ ҡатламына, инвалидтарға ярҙам күрһәткәндә лә ситтә тороп ҡалмайҙар. Бөтә бөйөк яңы уйлап сығарылған нәмәләрҙе йәштәр тәҡдим иткән. Шуға күрә республика йәштәре, әлбиттә, шулай уҡ энергия менән «ҡайнай». Улар уйлап сығарырға, власть, йәмғиәт менән үҙ-ара эш итеүҙең яңы формаларын тәҡдим итергә теләй», тип билдәләне.

Республика башлығы «iВолгала» Башҡортостандың йәш уйлап табыусылары тәҡдим иткән проекттар «бөтәһе лә оҡшаны. Ауыр техник мәсьәләләр ҙә, социаль тәҡдимдәр ҙә, ижад, фән, мәҙәниәт, мәғариф менән бәйле мәсьәләләр ҙә бар. Беҙҙә әле тик бер нәмә генә аҡһай – беҙ йәштәр тәҡдим иткәнде йыш ҡына алмайбыҙ. Һис шикһеҙ, бындай эшмәкәрлеккә күберәк йәштәрҙе йәлеп итергә кәрәк. Бөгөн үҙебеҙҙә республика майҙансығы юҡ. Дөрөҫөрәге, улар бар, әммә бик бәләкәй. Был өлөштә әлегә тәжрибә юҡ. Ҡыҙҙар һәм егеттәр йыйылып фекер алыша, идеяларын тәҡдим итә, проекттарҙы яҡлай, ә иң мөһиме уларҙы тормошҡа ашырыу өсөн финанс ярҙам алырлыҡ республика майҙансығын булдырырға кәрәк. Хәҙер Башҡортостан Республикаһынан килгән ҡатнашыусылар менән нисек алға барыу кәрәклеген тикшерҙек. Ошондай майҙансыҡ ойоштороу зарурлығын аңлайбыҙ. Беҙ аҡса һәм ресурстар эҙләп ҡараясаҡбыҙ, ойоштороу башланғысын билдәләрбеҙ. Быйыл бөр төркөм проекттарҙы хупларбыҙ тип уйлайым. Ә киләһе йыл быны яҡшы ойоштороу формаһына күсерәсәкбеҙ», тине.