4 декабрь, Йәкшәмбе

24 июнь 2014 йыл, 10:25

Рөстәм Хәмитов Волга буйы федераль округы төбәктәре һәм Ҡытай Халыҡ Республикаһы провинциялары етәкселәре осрашыуында сығыш яһаны

автор: "Башинформ" | фото: Андрей Старостин

23 июндә Һамарҙа Рөстәм Хәмитов Волга буйы федераль округы субъекттары һәм Ҡытай Халыҡ Республикаһындағы Янцзы йылғаһының юғары, урта ағымы төбәктәре етәкселәренең өсөнсө ултырышында сығыш яһаны, тип хәбәр иттеләр төбәк башлығының матбуғат хеҙмәтенән. Осрашыу Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Михаил Бабич һәм Ҡытай Дәүләт Советы ағзаһы Ян Цзечи рәйеслегендә үтте.

Михаил Бабич үҙенең сығышында билдәләүенсә, әле округта һәм Янцзы йылғаһының үрге, урта ағымындағы төбәктәрҙә тормошҡа ашырыу өсөн берлектәге 73 Рәсәй-Ҡытай инвестиция проекты, шулай уҡ 64 гуманитар һәм мәғариф проекты тикшерелә.

— Беҙҙең бөтә төбәктәребеҙҙе лә Ҡытай Халыҡ Республикаһының алты провинцияһы менән ике яҡлы килешеүҙәр бәйләй, һәм ул килешеүҙәр тулыһынса аныҡ йүнәлешкә эйә, – тине Михаил Бабич. – Округтағы төбәктәрҙең етәкселәре уртаҡ проекттарҙы тормошҡа ашырыу яҡлы.

Ултырышта республиканың презентацияһы менән сығыш яһап, Рөстәм Хәмитов, Башҡортостан – «ул Волга буйы федераль округында иҫәп буйынса иң ҙур субъект, сәнәғәт һәм иҡтисади йәһәттән үҫешкән төбәк. Бөгөн Ҡытай Халыҡ Республикаһы менән сауҙа күләме 700 миллион доллар тәшкил итә. Ҡытай Халыҡ Республикаһына 500 миллион долларлыҡ продукция тапшырабыҙ, Ҡытайҙан 200 миллион һумлыҡ тауар алабыҙ», тип билдәләне.

Республика етәксеһе Ҡытай провинциялары менән хеҙмәттәшлек итеү тураһында һөйләне. Инвестиция проекттары тураһында һөйләгәндә, Рөстәм Хәмитов шуны билдәләне: хәҙер «Башҡортостан Республикаһында «Чжон Гэ» компанияһының Ҡытай-Рәсәй халыҡ-ара сауҙа үҙәге төҙөлә. Ер табылды. Хәҙер участкаларҙы рәсмиләштереү процесы бара, энергетика мәсьәләһен хәл итәбеҙ. Бынан тыш, көҙөн Цзянси провинцияһында Рәсәй, Башҡортостан бизнесы көндәрен үткәрәсәкбеҙ. Ул ҙур, ҡыҙыҡлы күргәҙмә буласаҡ. Шулай уҡ метиздар етештереү өлкәһендә «Юйди» Чунцин металл эшкәртеү компанияһы менән эшләйбеҙ. Беҙ баҡыр сығарыу, эшкәртеү һәм етештереү, авиа һәм вертолеттар эшләү өлөшөндәге проекттар менән ҡыҙыҡһынабыҙ. Университеттар бик әүҙем эшләй. Беҙҙең биш университет Ҡытай Халыҡ Республикаһының ете университеты менән килешеү төҙөгән. Бөгөн беҙҙең Башҡорт дәүләт университетында тейешле квалификация биреү менән яңы һөнәр – «ҡытай теле» асыла».

Төбәк башлығы быйыл яҙ Цзянси провинцияһында Башҡортостан тураһында фотокүргәҙмә ойошторолоуын билдәләне. Цзянси провинцияһы тураһында яуап күргәҙмә быйыл көҙ үтәсәк.

— Был көҙ Ҡытай Халыҡ Республикаһына барырға планлаштырабыҙ. Ул Цзянси провинцияһына, Чунцин ҡалаһына рәсми сәфәр буласаҡ. Шулай уҡ үҙебеҙ менән байтаҡ бизнесмендарҙы алып барасаҡбыҙ. Беҙҙә Ҡытай Халыҡ Республикаһы менән даими хеҙмәттәшлек алып барған эшсе төркөм булдырылған. Эш пландары бар. Төрлө йүнәлештәр буйынса туранан-тура эшләү өсөн Ҡытай Халыҡ Республикаһы провинцияларында һәм үҙебеҙҙә булған пландарҙы сағыштырырға кәрәк тип уйлайым. 2015 йылдың йәйендә, теүәл бер йылдан Өфөлә Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы ағзаһы булып торған дәүләттәр башлыҡтары Советы ултырышы үтәсәк. Бик ныҡлы әҙерләнәбеҙ һәм ултырышта булғандарҙы сарала ҡатнашырға саҡырабыҙ. Беҙҙә Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы ағзалары – дәүләттәр башлыҡтары Советы ултырышы һәм БРИКС дәүләттәре һәм хөкүмәттәре башлыҡтарының осрашыуы үтәсәк. Һис шикһеҙ, ШОС һәм БРИКС саммиттары башланғанға тиклем етди хеҙмәттәшлек варианттарын күрһәтергә теләйбеҙ: беҙгә бергәләп сәнәғәт предприятиелары төҙөлөшө башын, ҙур мәҙәни һәм ғилми программаны алып барырға кәрәк, — тине Рөстәм Хәмитов.