5 декабрь, Дүшәмбе

23 июнь 2014 йыл, 17:57

КПРФ Башҡортостан Президенты һайлауҙарына кандидатты билдәләне

автор: Ғәлиә Нәбиева

КПРФ-тан ваҡытынан алда Башҡортостан Президенты һайлауҙарына кандидат итеп Юнир Ҡотлоғужин һайланды, тип хәбәр итә партияның төбәк бүлексәһенең рәсми сайты. Кандидатты күрһәтеү буйынса һайлау берләшмәһе конференцияһы 22 июндә матбуғат өсөн ябыҡ режимда уҙҙы.

Отчет-һайлау конференцияһында делегаттарҙан тыш Дәүләт Думаһы депутаты Юрий Афонин, Александр Ющенко, шулай уҡ БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай һәм Өфө ҡала Советы депутаттары ҡатнашты.

Партияның төбәк бүлексәһе комитеты бюроһы БР Президенты һайлауҙарына кандидат вазифаһына Рәсәй Федерацияһының Коммунистар партияһы сәйәси партияһының Башҡортостан Республикаһы бүлексәһе икенсе секретары Юнир Ҡотлоғужинды һәм фермер Хәсән Һиҙиәтуллинды тәҡдим иттеләр. КПРФ-тың Үҙәк башҡарма комитеты Юнир Ҡотлоғужиндың кандидатураһын хупланы.

Конференция барышында партияның тағы ла ике ағзаһы тәҡдим ителде һәм тикшерелде: Өфө ҡала Советы депутаты Рөстәм Хафизов һәм БР Дәүләт Йыйылышы депутаты Илһам Галин.

Һөҙөмтәлә йәшерен тауыш биреү өсөн исемлеккә Юнир Ҡотлоғужиндың һәм Хәсән Һиҙиәтуллиндың кандидатуралары индерелде. Йәшерен тауыш биреү барышында күпселек тауыш менән Юнир Ҡотлоғужин күрһәтелде.