10 декабрь, Шәмбе

23 июнь 2014 йыл, 16:53

Башҡортостан делегацияһы Бакула халыҡ-ара форумда ҡатнашасаҡ

автор: Әлим Фәйезов

Башҡортостан Республикаһы рәсми сәфәр менән Әзербайжан Республикаһында. Делегацияны БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Салауат Сәғитов етәкләй. Бөгөн, 23 июндә, Габала ҡалаһында республика вәкилдәре «Төбәк-ара хеҙмәттәшлек: яңы үҫеш башланғыстары» бишенсе Рәсәй-Әзербайжан форумында ҡатнаша. Шулай уҡ уның эшендә «ШОС БРИКС Өфө 2015» офис-төркөмө» автономиялы коммерция булмаған ойошмаһы директоры Руслан Мирсаяпов ҡатнаша. Тикшереүҙәр нигеҙенә Рәсәй һәм Әзербайжандың төбәк-ара хеҙмәттәшлек үҫеше, хеҙмәттәшлектең килешеү-хоҡуҡи базаһын киңәйтеү һәм камиллаштырыу, инвестицияларҙың үҙ-ара яҡлау һәм дәртләндереү тураһында мәсьәләләр инәсәк. Энергетика һәм транспорт өлкәләрендә үҙ-ара эш итеүҙе үҫтереү буйынса диалог ауыл хужалығында дауам итәсәк. Шулай уҡ төбәктәрҙең уртаҡ инвестиция проекттары, илдәрҙең бизнес-берләшмәләре менән танышыу һәм уларҙың бер-береһе эшмәкәрлегенә ҡыҙыҡһыныуҙы арттырыу, гуманитар өлкәлә хеҙмәттәшлекте үҫтереү мәсьәләләре тикшереләсәк. Рәсәй Федерацияһы Төбәк үҫеше министрлығы һәм Әзербайжан Республикаһы Иҡтисад һәм сәнәғәт министрлығы араһында үҙ-ара килешеү тураһында Меморандумға ҡул ҡуйыу планлаштырыла. Уны тормошҡа ашырыу ике ил төбәктәре араһында сауҙа-иҡтисади һәм инвестицион хеҙмәттәшлекте үҫтереүгә тәьҫир итәсәк.

Салауат Сәғитов «Әзербайжан һәм Рәсәйҙең инвестиция хеҙмәттәшлеге» темаһы буйынса түңәрәк өҫтәл эше сиктәрендә Башҡортостанда инвесторҙарға ярҙам итеү саралары, республика инвесторҙары өсөн проекттарҙы оҙатыу механизмдары һәм закондар сығарыу гарантиялары тураһында һөйләйәсәк. Шулай уҡ республика Премьер-министры урынбаҫары «Әзербайжан һәм Рәсәй араһында гуманитар өлкәлә төбәк-ара бәйләнештәрҙе үҫтереү перспектива йүнәлештәре» түңәрәк өҫтәл эшендә Башҡортостандың социаль-иҡтисади һәм мәғариф-мәҙәни потенциалын тәҡдим итәсәк. Эшсе төркөм ағзалары Әзербайжан Республикаһына Башҡортостан Республикаһы рәсми делегацияһының алдағы көҙгө сәфәрен әҙерләү өсөн Баку ҡалаһына барасаҡ, тип хәбәр итте «ШОС БРИКС Өфө 2015» офис-төркөмө» автономиялы коммерция булмаған ойошмаһының матбуғат хеҙмәте һәм киң коммуникациялар департаменты әйҙәүсе белгесе Елена Арямнова.

Бишенсе Рәсәй-Әзербайжан форумы ойоштороусылары – Рәсәй Федерацияһы Төбәк үҫеше министрлығы һәм Әзербайжан Республикаһы Иҡтисад һәм сәнәғәт министрлығы.