7 декабрь, Шаршамбы

23 июнь 2014 йыл, 15:52

Ирландия Башҡортостан менән медицина һәм ауыл хужалығы өлкәһендә хеҙмәттәшлек итәсәк

автор: Илья Спиридонов | фото: Олег Яровиков

Башҡортостан һәм Ирландия медицина асыштары һәм ауыл хужалығы өлкәһендә бергәләп ғилми тикшеренеүҙәр алып барасаҡ һәм хеҙмәттәшлек итәсәк. Был хаҡта, Өфөгә эш сәфәре менән килгән, Ирландияның Рәсәйҙәге Ғәҙәттән тыш Тулы хоҡуҡлы Илсеһе Оун О’Лири республиканың Фәндәр академияһы етәкселеге менән осрашыуҙа хәбәр итте.

— Ирландия һәм Башҡортостан – ғилми һәм иҡтисади бәйләнештәрҙе үҫтереү өсөн иң яҡшы уҙаҡташтар. Башҡортостан – беҙгә Рәсәй Федерацияһы баҙарына инеү өсөн бик яҡшы төбәк, ә Ирландия – Европа Союзы баҙарына инеү өсөн бик яҡшы ҡапҡа, — тип билдәләне Оун О’Лири.

Осрашыуҙа БР Фәндәр академияһы вәкилдәренең Ирландияға эш сәфәре йомғаҡтарын тикшерҙеләр. Эш сәфәре барышында сәнәғәт компаниялары, ауыл хужалығы предприятиелары һәм тикшеренеү институттары менән бер төркөм осрашыуҙар уҙҙы. Уларҙың һөҙөмтәһендә өҫтөнлөклө хеҙмәттәшлек йүнәлештәре билдәләнде, улар иҫәбендә – Европа баҙарына инновацион медицина эштәрен сығарыу, республикала һарыҡсылыҡ һәм спорт йылҡысылығын үҫтереү, малсылыҡ ҡалдыҡтарын эшкәртеү.

«Башинформ» агентлығы хәбәрсеһе менән әңгәмәлә Оун О’Лири шуны аңлатты, сәфәрҙең төп маҡсаты – ул Ирландия һәм Башҡортостан араһында тәү сиратта сауҙа һәм ауыл хужалығы кеүек өлкәләрҙә ышаныслы бәйләнештәр булдырыу. Ул, Рәсәйгә ҡарата Евросоюз тарафынан индерелгән санкциялар үҙ-ара хеҙмәттәшлеккә тәьҫир итмәйәсәк, тигән ышаныста.

— Хәҙер айырым шәхестәргә һәм компанияларға ҡарата икенсе санкциялар пакеты ғәмәлгә ашырыла. Иҡтисади санкцияларҙы күҙ уңында тотҡан өсөнсө пакет әлегә ҡабул ителмәгән. Украина конфликты деэскалацияһы әкренләп көс йыйыуына ышанабыҙ. Һәм беҙ тыныс процесҡа һәм хеҙмәттәшлеккә ҡайтасаҡбыҙ. Ни булһа ла Ирландия һәм Евросоюз дөйөм алғанда Рәсәй менән мөнәсәбәттәрҙе үҫтерергә теләй. Беҙ сауҙа алып барырға, йөрөргә тырышабыҙ, — тине Оун О’Лири.

Дипломаттың ике көнлөк сәфәре сиктәрендә Ирландия һәм Башҡортостан араһында хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә ҡул ҡуйыу планлаштырыла. Шулай уҡ Ирландия делегацияһы БР Йәмәғәт палатаһы ағзалары менән осрашасаҡ, «Аҡбуҙат» ипподромында һәм республика онкология диспансерында буласаҡ.