11 декабрь, Йәкшәмбе

23 июнь 2014 йыл, 14:50

Республикала торлаҡ төҙөлөшө күләме ете процентҡа артҡан

автор: Розалия Вәлиева | фото: Лариса Ветлугина коллажы

Башҡортостанда 2012 йыл кимәленә ҡарата торлаҡ төҙөлөшө күләме ете процентҡа артҡан. Тип хәбәр итә республика Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте.

2013 йылда Башҡортостанда бөтә финанслау сығанаҡтары иҫәбенә  2485,3 (100,6 процент) мең квадрат метр торлаҡ файҙаланыуға тапшырылған. Республиканың бер мең кешеһенә иҫәпләгәндә 611 квадрат метр дөйөм торлаҡ майҙаны сафҡа индерелгән.

2013 йыл йомғаҡтары буйынса торлаҡты файҙаланыуға тапшырыу күләмдәре буйынса Башҡортостан Республикаһы Волга буйы федераль округы төбәктәре араһында беренсе урында тора.

Айырыуса әүҙем Стәрлетамаҡ (167 процент) һәм Ғафури (127,1 процент) райондарында төҙөгәндәр. Ҡаларҙа 1132,7 мең квадрат метр, йәғни 2012 йыл кимәленә ҡарата 109,6 процент, торлаҡ төҙөлөп файҙаланыуға тапшырылған. Торлаҡ төҙөү күләмдәре Стәрлетамаҡта – 19,5 процентҡа, Нефтекамала – 15,3 процентҡа, Өфөлә – алты процентҡа артҡан.

Төҙөлгән торлаҡтың мөһим өлөшө шәхси төҙөлөшкә тура килә. 2013 йылда шәхси төҙөүселәр үҙҙәренә дөйөм майҙаны 1648,3 мең квадрат метр тәшкил иткән 14,8 мең йорт төҙөгән. Шәхси өйҙәр өлөшө республикала төҙөлгән дөйөм йорттар күләменән 66,3 процент тәшкил итте.

Республика предприятиелары һәм ойошмалары 2013 йылда торлаҡ төҙөлөшөндә һуңғы 19 йыл эсендә иң яҡшы күрһәткестәргә өлгәште. Улар төҙөгән торлаҡ күләме 2012 йыл күләменән 18,1 процентҡа артҡан һәм 937 мең квадрат метр дөйөм торлаҡ майҙаны тәшкил иткән. Һөҙөмтәлә республиканың бер кешеһенә торлаҡ менән тәьмин ителгәнлек 23,1 квадрат метр тәшкил итә.

темалар: төҙөлөш