11 декабрь, Йәкшәмбе

23 июнь 2014 йыл, 14:24

Был аҙнала Башҡортостанда ямғырҙар яуасаҡ

автор: Гөлфиә Акулова

23-24 июндә Башҡортостан территорияһында йәшенле ямғырҙар, урыны менән боҙ яуасаҡ, тип хәбәр итә Рәсәй Гидрометеорология үҙәге. Ел тиҙлеге – секундына 18-23 метр. Һауа температураһы аҙнаның тәүге көндәрендә 25-27 градус йылы буласаҡ.

Шунан һуңғы көндәрҙә һауа температураһы бер-ике берәмеккә түбәнәйәсәк, 25 һәм 26 июндә урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғырҙар яуасаҡ.

Йома, 27 июндә, яуымһыҙ аяҙло-болотло һауа торошо көтөлә, һауа 30 градусҡа тиклем йылынасаҡ.

Бер аҙ яуым-төшөм яуыу ихтималлығы ял көндәрендә лә һаҡланасаҡ, йүнәлеше буйынса көньяҡ елдең иҫеүе көтөлә. 28 һәм 29 июндә синоптиктар эҫе һауа торошон – плюс 29 градусты фаразлай.