8 декабрь, Кесе йома

23 июнь 2014 йыл, 10:58

Рөстәм Хәмитов: «Тик кешеләр менән тығыҙ эшләү, сәйәсәтебеҙҙе аңлатыу, намыҫлылыҡ һәм әҙәплелек кенә беҙгә еңеү яуларға ярҙам итәсәк»

автор: Ғәлиә Нәбиева

Рөстәм Хәмитов «Берҙәм Рәсәй» бөтә Рәсәй сәйәси партияһының Башҡортостан буйынса төбәк бүлексәһе конференцияһы эшендә ҡатнашты. Форум делегаттары Рөстәм Хәмитовты ваҡытынан алда Башҡортостан Президенты һайлауҙарына кандидат итеп раҫланы.

— «Берҙәм Рәсәй» бөтә Рәсәй сәйәси партияһының Башҡортостан буйынса төбәк бүлексәһенән Башҡортостан Республикаһы Президенты вазифаһына кандидат итеп күрһәтеп, миңә ышаныс белдергәнегеҙ өсөн ысын күңелдән рәхмәтлемен. Был ҙур яуаплылыҡ һәм мин уны аҡларға тырышасаҡмын, — тип белдерҙе төбәк етәксеһе.

Рөстәм Хәмитов, «Берҙәм Рәсәй» партияһы, уның меңләгән ағзалары һәм тарафдарҙары мәнфәғәттәрен яҡлап, «кешеләрҙең ышаныстарын аҡламаҫҡа хоҡуғым юҡ. Партияның ябай ағзалары, хеҙмәт кешеләре, конференция ҡатнашыусылары миңә ышанды, миңә иҫәп тота, беҙҙең дөйөм еңеүебеҙгә өмөтләнә», тип билдәләне.

— Ул миңә өҫтәмә көс, энергия бирә. Һәм мин һеҙҙең менән бергә әүҙем, ең һыҙғанып президент ярышында еңеүгә эшләйәсәкмен. Беҙҙең бөтәбеҙгә кәрәк булған һөҙөмтәгә өлгәшеүебеҙгә ышанам. Беҙ еңәсәкбеҙ! — тине Рөстәм Хәмитов.

Республика башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы һайлау алды кампанияһының ябай булмауын билдәләне. «Был юлда беҙҙе оппоненттарҙың тәнҡите лә, икенсе партия кандидаттарының ҡара-ҡаршы торошо ла, кешеләрҙең киҫкен һорауҙары, ойоштороу мәсьәләләрен хәл итеү һәм бик күп башҡа нәмәләр көтә. Әммә был – беҙ уҙғарған беренсе һайлауҙар түгел».

— Беҙ аңлайбыҙ, һайлау алды кампанияһында иң мөһиме – кешеләр араһында булыу, уларҙы тыңлау һәм ишетеү, асыҡ диалог алып барыу, күптән борсоған мәсьәләләрҙе хәл итеү. Һүҙ көрәштереүҙәрҙән ситкә тайпылмау. Барыһының да яҡшы булыуына һәм бөтә мәсьәләләрҙең дә хәл ителгәненә һалышмаҫҡа. Тик кешеләр менән тығыҙ эшләү, сәйәсәтебеҙҙе аңлатыу, намыҫлылыҡ һәм әҙәплелек кенә беҙгә еңеү яуларға ярҙам итәсәк.

Рөстәм Хәмитов үҙен партия ағзаларынан бүленмәүен билдәләй. «Яңғыҙ яугир яу ҡайтармаҫ». Ул хаҡиҡәт! Тик бергәләп кенә еңеү яулай алабыҙ. Президент вазифаһына кандидатты күрһәтеү менән генә эшебеҙ тамамланмай. Киреһенсә – ул һайлау кампанияһына старт ҡына. Алда – ҡатмарлы дистанция, ә уның финишина тиклем йыраҡ әле. Шуның өсөн беҙҙең һөҙөмтәле уртаҡ эшмәкәрлегебеҙгә, коллективтың тырышлығына, үҙ-ара ярҙамға иҫәп тотам».