Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.14 ↓

EUR 69.43 ↑

22 август, Шишәмбе

Уфа   °

«Берҙәм Рәсәйҙән» Башҡортостан Президенты һайлауҙарына кандидат итеп Рөстәм Хәмитов раҫланды

Йәмғиәт

Рөстәм Хәмитов ваҡытынан алда Башҡортостан Президенты һайлауҙарына кандидат итеп раҫланды. Ҡарар 21 июндә «Берҙәм Рәсәй» партияһының Башҡортостан буйынса төбәк бүлексәһе конференцияһында йәшерен тауыш биреү юлы менән ҡабул ителде. Рөстәм Хәмитов өсөн 209 партия ағзаһы тауыш бирҙе. Конференцияла урындағы бөтә партия бүлексәләренән делегаттар ҡатнашты, уның хоҡуҡлылығы раҫланған.

Йәшерен тауыш биреү бюллетенендә праймериз йомғаҡтары буйынса өс кандидатура индерелгәйне. Ул Рөстәм Хәмитов, Рафаэль Мәрҙәншин һәм Булат Йомаҙилов. Тауыш биреү йомғаҡтары буйынса конференцияла Рафаэль Мәрҙәншин өс, Булат Йомаҙилов ике тауыш йыйҙы.

Конференцияла һайлау алды кампанияһының программаһы, һайлау документтарында ҡулланыу өсөн партияның ҡыҫҡа атамаһы, эблемаһы һәм документтарҙы рәсмиләштереү өсөн мисәт раҫланды.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 3 июндә партияның сәйәси советы ултырышында Башҡортостан башлығын һайлау буйынса һайлау кампанияһында ҡатнашырға һәм был вазифаға артабан кандидатты күрһәтеү өсөн кандидатураны билдәләү буйынса алдан партия эсендәге тауыш биреүҙе үткәрергә ҡарар ителде.

«Берҙәм Рәсәй»ҙән республика башлығы вазифаһына артабан тәҡдим итеү өсөн 10 июндәге праймериз йомғаҡтары буйынса өс кандидат билдәләнде: Башҡортостан Президенты вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Рөстәм Хәмитов, Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Рафаэль Мәрҙәншин һәм БР Адвокаттар палатаһы президенты Булат Йомаҙилов. Рөстәм Хәмитов – 129, Рафаэль Мәрҙәншин – 41,Булат Йомаҙилов 39 тауыш йыйҙы.

Праймеризда ҡатнашыу өсөн барлығы алты ғариза ҡабул ителгән: улар БР Дәүләт Йыйылышы депутаты Николай Самойленконан, БР Адвокаттар палатаһы президенты Булат Йомаҙиловтан, Санкт-Петербургта Башҡортостан Республикаһы вәкиле Риф Сәхәбетдиновтан, Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Рафаэль Мәрҙәншиндан, БР Дәүләт Йыйылышы депутаты Наил Ғиззәтуллиндан һәм Башҡортостан Президенты вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Рөстәм Хәмитовтан.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть