11 декабрь, Йәкшәмбе

20 июнь 2014 йыл, 17:47

Әбйәлил районында ауылдаштар йыйыла

автор: Ләйлә Аралбаева

Шәмбе, 21 июндә, Әбйәлил районының Үтәгән, Ишбулды һәм Дәүләтша ауылдарында «Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!» байрамдары уҙа. Был байрам тәүге тапҡыр 1960 йылдарҙа Ҡаҙмаш ауылында билдәле журналист, крайҙы өйрәнеүсе, атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Ғәли Ишбулатовтың башланғысы буйынса ойошторола. Һуңынан 1980 йылдарҙа был идеяны райондың бөтә халҡы ла күтәреп ала. Хәҙер ауылдаштар өсөн бындай байрамдар бөтә республика буйынса уҙғарыла. Башҡорттарҙың иң яҡшы милли йолаларын һәм ғөрөф-ғәҙәттәрен үҙ эсенә йыйған халыҡ байрамы төрлө быуын кешеләрен рухи яҡтан берләштереүҙә көслө нигеҙ булып тора, йәштәрҙе рухи-әхлаҡи тәрбиәләүҙә баһалап бөтөргөһөҙ роль уйнай.

— Байрамға әҙерлек барышында йорттарҙы, урамдарҙы төҙөкләндереү буйынса ҙур эштәр башҡарылды. Төҙөкләндереү эштәренә аҡсаның бер өлөшөн район хакимиәте бүлде, — тип һөйләне Әбйәлил районы хакимиәте хеҙмәткәре Динир Зарипов.

Киләһе шәмбе яҡташтарҙың осрашыуы райондың тағы ла ун ауыл биләмәһендә – Ҡырҙас, Сиҙәм, Яйҡар, Таҡһыр, Ҡушый, Буранғол, Красная Башкирия, Геологоразведка, Ҡужан, Шәриптә үтәсәк. Осрашыуҙар теҙмәһен байрамды 5 июлгә билдәләгән Йәнгел ауылы халҡы тамамлаясаҡ.

темалар: халыҡ байрамы