8 декабрь, Кесе йома

20 июнь 2014 йыл, 17:23

Рәфит Йәғәфәров Башҡортостандың ауыл хужалығы министры урынбаҫары итеп тәғәйенләнде

автор: "Башинформ"

Республика башлығы Рөстәм Хәмитов үҙенең Указы менән Рәфит Йәғәфәровты Башҡортостан Республикаһының ауыл хужалығы министры урынбаҫары итеп тәғәйенләне.

Рәфит Барлыбай улы Йәғәфәров 1969 йылда Ейәнсура районында тыуған. Башҡорт дәүләт аграр университетын һәм БР Президенты ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһын тамамлаған.

Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1994 йылда «Башавтотранс» дәүләт унитар предприятиеһы Мәләүез бүлендек автотранспорт предприятиеһы бухгалтеры булып башлай. 1996-97 йылдарҙа Эске эштәр министрлығы органдарында хеҙмәт итә. 1997 йылда Мәләүез районының муниципаль милек менән идара итеү буйынса комитет рәйесе вазифаһын башҡарыусы итеп тәғәйенләнә, һуңынан был комитет рәйесе урынбаҫары булып эшләй. 1998-99 йылдарҙа – БР Юстиция министрлығы янындағы Дәүләт теркәү палатаһының Мәләүез район-ара филиалында күсемһеҙ милеккә хоҡуҡтарҙы һәм улар уның менән бәйле килешеүҙәрҙе теркәү регистраторы. 1999-2000 йылдарҙа – Мәләүез ҡалаһы һәм районы милке менән идара итеү буйынса комитет рәйесе. 2000-2004 йылдарҙа – Мәләүездә «Башкредитбанк» республика-инвестиция кредит банкы асыҡ акционерҙар йәмғиәте, «Урал-Себер Банкы» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенә үҙгәртелгән, бүлексәһе идара итеүсеһе. 2004-11 йылдарҙа – «Башавтотранс» дәүләт унитар предприятиеһының финанстар буйынса генераль директоры урынбаҫары, финанстар директоры. 2011-12 йылдарҙа – Силәбелә «Хәрәкәтте ойоштороу хеҙмәте» муниципаль унитар предприятиеһы директоры. 2012 йылдан алып әлегә тиклем – Башҡортостан Республикаһының ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министры урынбаҫары.