10 декабрь, Шәмбе

20 июнь 2014 йыл, 16:43

Рөстәм Хәмитов Алла Анаһы Табын иконаһы күренеүен байрам итеүҙә ҡатнашты

автор: Гөлфиә Акулова | фото: Олег Яровиков

Республика башлығы Рөстәм Хәмитов Ғафури районы буйынса эш сәфәре барышында Алла Анаһы Табын иконаһы күренеүен байрам итеүҙә ҡатнашты.

Йола буйынса Табын иконаһы байрамы Пасханан һуң туғыҙынсы йомала билдәләнә. Быйыл әһәмиәтле көн 20 июнгә тура килде.

Красноусол ауылы Көньяҡ Урал һәм Ырымбур диндарҙарының төп изге нәмә күренеү урыны тип иҫәпләнә.

Әле изге нәмәнең күренеү урынында Ғайса пәйғәмбәрҙең әсәһе – Табын ҡатын-ҡыҙҙар монастыры урынлашҡан. Бөгөн бында байрам хөрмәтенә ғибәҙәт ҡылыу бара, унда йыл һайын бөтә Рәсәйҙән тиҫтәләгән мең кеше йыйыла.

Православие диндарҙарын байрам менән республика етәксеһе Рөстәм Хәмитов ҡотланы.

— Был байрам беҙгә кәрәк, ул беҙҙең күңелдәрҙе юғарыға күтәрә һәм йөрәктәребеҙҙе таҙарта. Был байрам беҙҙең кем булыуыбыҙ, нимә эшләүебеҙ, беҙҙең артабанғы яҙмышыбыҙ һәм тәҡдиребеҙ тураһында уйланырға мәжбүр итә. Бындай көндәрҙә яҡшы эштәр, юғары намыҫлылыҡ, бер-береңә ярҙам итеү, үҙ-ара булышлыҡ һәм мөхәббәт тураһында уйлайбыҙ. Ул, бөгөн беҙгә етмәгән, кәрәкле һәм мөһим нәмә, — тип мөрәжәғәт итте байрамда ҡатнашыусыларға төбәк башлығы.

— Башҡортостан Республикаһы халҡы быуат буйына кешеләр, диндәр араһында – бөтә территорияла тыныслыҡ фекерен йөрөтә. Алла Анаһы Табын иконаһы күренеү – мөғжизә, һәм ул тап бында барлыҡҡа килгән. Ул беҙгә тиккә генә ебәрелмәгән, ә беҙҙе барыбыҙҙы ла уртасыл тормошҡа, үҙ-ара түҙемлеккә әйҙәү билдәһе һымаҡ, — тине Рөстәм Хәмитов.

Шулай уҡ Алла Анаһы Табын иконаһын байрам итеүҙә Калуга һәм Боровский митрополиты Климент, Өфө һәм Стәрлетамаҡ митрополиты Никон ҡатнашты.