9 декабрь, Йома

20 июнь 2014 йыл, 15:35

Республика Йортонда Башҡортостандың иң яҡшы хеҙмәткәрҙәрен бүләкләнеләр

автор: Ольга Мортазина | фото: Андрей Старостин

Республика Йортонда сәнәғәт, мәҙәниәт, социаль өлкә хеҙмәткәрҙәрен һөнәри уңыштары өсөн наградлау тантанаһы уҙҙы. Хөкүмәт наградаларын һәм исемдәрҙе Башҡортостан Президенты Хакимиәте Етәксеһе Сергей Молчанов тапшырҙы. Ул тантананың сәбәпселәрен республика башлығы Рөстәм Хәмитовтың исеменән ҡотланы, шулай уҡ уларҙың хеҙмәтенә күрә 2013 йыл йомғаҡтары буйынса төбәктең бөтә төп социаль-иҡтисади үҫеш күрһәткестәре буйынса яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшеүен билдәләне.

— Улар бөтә алдағы йылдарға ҡарағанда күпкә яҡшыраҡ һәм ил буйынса уртаса күрһәткестерҙән байтаҡҡа артығыраҡ. Бөгөн Башҡортостан тоташ бер төркөм күрһәткестәр буйынса Федерация субъекттары араһында лидерҙар иҫәбендә лайыҡлы тора, — тине Сергей Молчанов. — Торлаҡты сафҡа индереү буйынса беҙ илдә алтынсы һәм Волга буйы федераль округында беренсе урынды биләйбеҙ. Беҙ төп капиталға инвестициялар буйынса тәүге ундар исемлегендә. Ауыл хужалығы продукцияһын етештереү буйынса – етенсе урында, һәм инде күп кенә йылдар округта икенсе урында торабыҙ. Башҡарма власть органдары һөҙөмтәлелеген баһалау буйынса республика унынсы урынды биләй.

Уңышлы эштәре өсөн наградаларға «Башҡортостан электр бүлеү селтәрҙәре» компанияһының һәм Стәрлетамаҡ «Синтез-Каучук» заводының ҙур төркөм хеҙмәткәрҙәре, почта, урмансылыҡ хеҙмәткәрҙәре, артистар, табиптар, музыкаль һәм дөйөм белем биреү мәктәптәре, Өфө дәүләт сәнғәт академияһы уҡытыусылары лайыҡ булды.

— Республикала тормош яҡшыра. Муниципаль берәмектәрҙә бик күп социаль программалар эшләй. Йәшәү кимәле һәм сифаты арта. Һис шикһеҙ, етәкселек һәм йәмғиәт алдында хәл ителмәгән мәсьәләләр ҙә аҙҙан түгел, әммә һеҙҙең кеүек ошондай намыҫлы хеҙмәткәрҙәр булғанда төбәк етәкселеге һәм ил Президенты ҡуйған бөтә йөкләмәләрҙе лә үтәй аласаҡбыҙ, — тип билдәләне Сергей Молчанов.

темалар: наградлауҙар