Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.31 ↑

EUR 61.50 ↓

27 апрель, Кесе йома

Уфа   °

Төбәк башлығы «Красноусол» шифаханаһында яңы «Старт» сервис-сәләмәтләндереү үҙәген ҡараны

Йәмғиәт

Ғафури районы буйынса эш сәфәре сиктәрендә Республика етәксеһе Рөстәм Хәмитов  «Красноусол» шифаханаһында яңы «Старт» сервис-сәләмәтләндереү үҙәгендә булды. 1317 квадрат метр майҙандағы ике ҡатлы бинала медицина тренажерҙары һәм киске гимнастика залдары, телестудия һәм реклама-мәғлүмәт үҙәге урынлашҡан.

— Курорттарҙы артабан да үҫтерергә, яңы финанслау моделдәрен табырға, инвесторҙар эҙләргә кәрәк. Йыл дауамында беҙҙең курорт хужалығының финанс моделе өҫтөндә эшләйәсәкбеҙ, идара итеү системаһын, беҙҙең курорттарҙа республика халҡы ял итә алһын мөмкинлектәр уйлаясаҡбыҙ, — тип билдәләне Рөстәм Хәмитов. —  Һаулыҡ йортоноң үҙ аҡсаһына объект һалыуы мөһим. Һеҙ йөҙ миллион һумдан ашыу аҡса таба алғанһығыҙ.

Шифахана директоры Фаяз Мәзитов, объект төҙөлөшө һаулыҡ йортоноң 90 йыллығына арналды, тип билдәләне. Ул ошо үҙәкте төҙөгән «Строймастер» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте етәкселегенә һәм төҙөүселәренә почет грамоталары тапшырҙы.

Шифаханала Рөстәм Хәмитов, 2014 йыл алдынан эшләй башлаған, ябыҡ һырғалаҡта булды. Һырғалаҡ дауалау-сәләмәтләндереү учреждениеһы өсөн генә түгел, ә бөтә республика өсөн үҙенсәлекле. Ул синтетик боҙ – «суперглайд» менән ҡапланған  һәм әлегә майҙаны буйынса илдә иң ҙуры. Яңы боҙ майҙансығы йыл әйләнәһенә эшләй. Синтетик боҙ нулдән юғары температурала ла иремәй, унда хатта эҫелә лә күләүектәр барлыҡҡа килмәй. Синтетик боҙ айырыуса файҙаланыуҙы талап итмәй, хатта экологик яҡтан да бөтөнләй хәүефһеҙ.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть