9 декабрь, Йома

20 июнь 2014 йыл, 14:07

Красноусол ауылында Рөстәм Хәмитов етем балалар өсөн торлаҡ төҙөлөшө барышын тикшерҙе

автор: Гөлфиә Акулова, Эльмира Сабирова

Республика башлығы Рөстәм Хәмитов, Ғафури районында эш сәфәре барышында, район үҙәге – Красноусол ауылында етем балалар өсөн тәғәйенләнгән торлаҡ төҙөлөшө урынында булды.

Пеноблоктар ҡулланып, яңы технология буйынса объекттарҙы былтыр июлдә төҙөй башлағандар. Ике фатирлы ике йорт файҙаланыуға тапшырылған да инде, тағы ла өс күп фатирлы йорт төҙөлә. Өй туйлаусыларҙың бер өлөшө уларға ағымдағы йылдың көҙөндә күсәсәк, ҡалғандары – 2015 йылдың яҙында. Яңы өйҙәрҙе Социаль торлаҡ төҙөлөшө фонды һала. Әлегә ҡыйыҡ ябыу, бинаның алғы яғы буйынса эштәр бара. Был социаль йорттарҙа торлаҡтың бер квадрат метры 24,5 – 28 мең һум тәшкил итә.

Ғафури районы башлығы Рәмил Бохаровтың әйтеүе буйынса, районда 131 етем йәшәй. Быйыл уларҙың 82-һе фатирлы буласаҡ.