8 декабрь, Кесе йома

20 июнь 2014 йыл, 13:21

Рөстәм Хәмитов Ғафури районында дөйәғош фермаларын үҫтереү идеяһын хупланы

автор: Гөлфиә Акулова, Эльмира Сабирова | фото: Олег Яровиков

Йома, 20 июндә, Республика етәксеһе Рөстәм Хәмитов Ғафури районы буйынса эш сәфәре барышында Инйылға ауылында урынлашҡан «Иҫ киткес дөйәғош» крәҫтиән фермер хужалығында булды.

Крәҫтиән фермер хужалығы былтыр мартта асылған, объектҡа өс миллион һум капитал индерелгән.

Ферма территорияһында 20-нән ашыу ҡош үрсетәләр, яңы тоҡом үҫеп килә: артым алты дөйәғош тәшкил иткән. Шулай уҡ хужалыҡта тауистар, тауыҡтар, мысыр тауыҡтары һәм 60-тан ашыу ҡырғауыл бар.

2,5 гектар майҙандығы ферма биләмәһендә дүрт ҡош аҙбары урынлашҡан: икәүһе – бәләкәй ҡоштарҙы аҫрау өсөн, берәүһе – дөйәғоштар өсөн, тағы ла берәүһендә эре ҡоштар тора.

Крәҫтиән фермер хужалығы башлығы Әлфиә Смирнованың әйтеүе буйынса, фермер хужалығында заявкалар буйынса экскурсиялар ойошторола. Көн һайын бында 200-ләгән кеше килә, өҫтәүенә Ғафури районынан ғына түгел, ә яҡындағы район һәм ҡалаларҙан.

— Был бик дөрөҫ йүнәлеш, һеҙ заманса эшләйһегеҙ, — тип үҙ фекерен белдерҙе Рөстәм Хәмитов. — Ысынлап та, «Красноусол» шифаханаһына меңләгән кеше килә, һәм агротуризм үҫешенә баҫым яһап дөрөҫ эшләгәнһегеҙ. Һеҙ шулай уҡ бында лама, көнгөрә, боландар индерә алаһығыҙ. Ауыл хужалығы министрлығы һеҙгә иғтибар иткәндер тип уйлайым. Мауығыусы, ғәҙәти булмаған алымдары булған кешеләр бар саҡта – уларға ярҙам итергә кәрәк.

Республика башлығы менән әңгәмәлә Әлфиә Смирнова әле ҡоштарҙы үрсетеү өҫтөндә эш барғаны тураһында һөйләне.

— Беҙ башлап ебәреүсе фермерҙарға ярҙамға 1,5 миллион һум күләмендә грант алырға өмөтләнәбеҙ. Ул аҡсаны хужалыҡ өсөн техника һатып алыуға йүнәлтер инек. Шулай уҡ яҡын ваҡыт арауығында яңы дөйәғош фермаһы төҙөргә һәм уларҙың иҫәбен 100-гә тиклем арттырырға планлаштырабыҙ. Ул саҡта ит баҙарына ла сыға аласаҡбыҙ, — тип пландары менән уртаҡлашты Әлфиә Смирнова.