Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.63

EUR 70.36

20 ноябрь, Дүшәмбе

Уфа   °

Белорет районында гармунсылар конкурсы үтәсәк

Мәҙәниәт

Шәмбе, 21 июндә, Белорет районының Тирлән ауылында «Йырла, уйна, гармун!» гармунсыларҙың I район конкурсы үтәсәк. Конкурс Мәҙәниәт йылы сиктәрендә уҙғарыла. Уның ойоштороусылары – Белорет районы Советы һәм хакимиәте, райондың мәҙәниәт идаралығы, Тирлән ауыл советы хакимиәте.

Конкурс халыҡ инструменталь музыканы үҫтереү, халыҡ музыка ҡоралдарында башҡарыу оҫталығы кимәлен күтәреү, конкурста ҡатнашыуға балаларҙы һәм йәштәрҙе йәлеп итеү, яңы һәләтле музыканттарҙы-башҡарыусыларҙы асыҡлау маҡсатында уҙғарыла. Унда яңғыҙ башҡарыусылар кеүек, ансамблдәр ҙә ҡатнаша ала.

Жюри ағзалары башҡарыусыларҙың репертурҙарының төрлө характерлығын, үҙенсәлеген һәм традицияларға бирелгәнлеген, башҡарыу оҫталығы кимәлен баһалаясаҡ. Бынан тыш, бәйгелә ҡатнашыусыларҙың сәхнә костюмы һәм сәхнә мәҙәниәте иҫәпкә алынасаҡ.

Гармунсылар конкурсы еңеүселәре 16 йәшкә тиклем һәм 16 йәштән өлкәндәр араһында билдәләнәсәк.

Бөгөнгө көнгә конкурста ҡатнашыуға Белорет районының егерменән ашыу ауылынан яңғыҙ башҡарыусылар һәм ансамблдәр заявка биргән, тип хәбәр иттеләр муниципалитетта.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть