Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.47 ↓

EUR 60.45 ↑

23 февраль, Кесе йома

Уфа   °

БР Милли симфоник оркестрының яңы директоры итеп билдәле Өфө музыканты тәғәйенләнде

Мәҙәниәт

Башҡортостан Республикаһы Милли симфоник оркестры директоры вазифаһын башҡарыусы итеп республиканың атҡаҙанған артисы, коллектив концертмейстеры Алексей Воронин тәғәйенләнде, тип хәбәр иттеләр БР Мәҙәниәт министрлығында. Оркестрҙың элекке директоры Владимир Рихтер хаҡлы ялға китте.

Алексей Воронин Өфөнөң музыка донъяһында иҫ киткес скрипкасы булараҡ билдәле. Ырымбур музыка училищеһын, Өфө дәүләт сәнғәт институтын (академияһын), институт янындағы Михаил Швайштейн класында аспирантураны тамамлаған. Шуның менән бергә скрипка класы буйынса Башҡортостан Республикаһының тәүге аспиранты була. Аспирантураны тамамлағандан һуң ҡыллы музыка ҡоралдары кафедраһында уҡытыусы булып эшләй.

1992 йылда скрипкасыны Өфөнөң яңы ижади коллективы составына – «Шарк» симфоник оркестрына (хәҙерге БР Милли симфоник оркестрына) саҡыралар. Ойошторолғандан алып Алексей Воронин төп артист була, 1994 йылдан алып бөгөнгө көнгә тиклем – БР Милли симфоник оркестры концертмейстеры.

БР Мәҙәниәт министрлығының Почет грамоталары менән бүләкләнгән, «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы» исемен йөрөтә.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть