5 декабрь, Дүшәмбе

20 июнь 2014 йыл, 10:36

Республика етәксеһе эш сәфәре менән Ғафури районында

автор: Гөлфиә Акулова

Йома, 20 июндә, Рөстәм Хәмитов эш сәфәре менән Ғафури районына юлланды.

Республика етәксеһе «Иҫ киткес дөйәғош» крәҫтиән фермер хужалығында булырға планлаштыра. Дөйәғош фермаһы Инйылға ауылында урынлашҡан. Хужалыҡтың дүрт корпусында 20-нән ашыу дөйәғош аҫрайҙар, шулай уҡ тауистар, тауыҡтар, мысыр тауыҡтары һәм ҡырғауылдар ҙа бар.

Бынан тыш, Рөстәм Хәмитов райондың етем балалары өсөн биш күп фатирлы социаль торлаҡ төҙөлөшө барышы менән танышасаҡ. «Красноусол» шифаханаһында төбәк башлығы яңы асылған «Старт» сервис-сәләмәтләндереү үҙәгендә һәм ябыҡ һырғалаҡта булырға планлаштыра.

Артабан Рөстәм Хәмитов йыл һайын уҙғарылған Алла Анаһы Табын иконаһы күренеүен байрам итеүҙә ҡатнашасаҡ.