4 декабрь, Йәкшәмбе

20 июнь 2014 йыл, 9:57

Айрат Шаммазов ваҡытынан алда Өфө дәүләт нефть техник университеты ректоры вазифаһынан бушатылды, ректор һайлауҙар булманы

автор: Шамил Вәлиев

19 июндә Өфө дәүләт нефть техник университеты ректоры Айрат Шаммазов ваҡытынан алда, вәкәләтенең тамамланыуына тиклем ике аҙна ҡалғас, Рәсәй Мәғариф һәм фән министрлығы ҡарары менән биләгән вазифаһынан бушатылды.

Был хаҡта Өфөлә булған Рәсәй Федерацияһы Мәғариф һәм фән министрлығының дәүләт хеҙмәте, кадрҙар һәм коррупцияны иҫкәртеү мәсьәләләре буйынса департамент директоры Владимир Голубовский хәбәр итте.

20 июндән алып ӨДНТУ ректорын һайлауға тиклем, Рәсәй Мәғариф һәм фән министрлығы ҡарарына ярашлы, уның вазифаһын физика-математика фәндәре докторы, профессор Рәмил Бәхтизин башҡарасаҡ.

Ректор һайлау өсөн 19 июнгә билдәләнгән ӨДНТУ коллективы конференцияһы уны әҙерләү барышында  процессуаль һәм хоҡуҡи боҙоуҙар сәбәпле булманы, тип хәбәр итте Владимир Голубовский.

ӨДНТУ ректорын һайлау буйынса конференцияны үткәреү ваҡыты тураһында юғары уҡыу йорто закон тарафынан билдәләнгән ваҡытта иғлан итәсәк, тип хәбәр итте булған Рәсәй Федерацияһы Мәғариф һәм фән министрлығы вәкиле.

Техник фәндәре докторы, профессор Айрат Шаммазов (1947) Өфө дәүләт нефть техник университетын 1994 йылдан алып етәкләне, уның ғилми ҡыҙыҡһыныуҙары өлкәһенә тотош мөхиттәр механикаһы, транспорт объекттары һәм нефть һәм газды һаҡлау һөҙөмтәлелеген, файҙаланыу ышаныслылығын һәм экологик хәүефһеҙлеген арттырыу инә. Өфө нефть институтын тамамлаған.

Физика-математика фәндәре докторы, профессор Рәмил Бәхтизин (1955) Башҡортостан Республикаһының Фәндәр академияһын 2011 йылдан алып етәкләй, уның ғилми тикшеренеүҙәре нефть сығарыу, транспорт һәм нефть эшкәртеү процесының математик алымдарына һәм математик моделдәр әҙерләүгә арналған. Ленинград дәүләт университетының механика-математика факультетын тамамлаған, унан һуң Өфө нефть институтына ебәрелгән. Рәмил Бәхтизиндың артабанғы хеҙмәт һәм ғилми биографияһы ошо юғары уҡыу йорто менән бәйле.