10 декабрь, Шәмбе

19 июнь 2014 йыл, 18:31

Рөстәм Хәмитов Рәсәй дәүләт циркы генераль директоры Вадим Гаглоев менән осрашты

автор: "Башинформ" | фото: Олег Яровиков

19 июндә Республика Йортонда Рөстәм Хәмитов «Рәсәй дәүләт циркы» генераль директоры Вадим Гаглоев менән Өфө дәүләт циркында капиталь ремонт үткәреү перспективаларын тикшерҙе, тип хәбәр иттеләр төбәк башлығының матбуғат хеҙмәтенән.

— Беҙҙең циркка кешеләр байтаҡ йөрөй, һәм беҙ һеҙҙең менән бергә уны яҡын ваҡыт эсендә тәртипкә килтерергә теләйбеҙ, — тине Рөстәм Хәмитов. — Мин юрый «беҙ һеҙҙең менән бергә» тип әйтәм, сөнки һеҙҙең үҙегеҙгә – Рәсәй дәүләт циркына – быны эшләү ауыр, һәм беҙҙең үҙебеҙгә генә шулай уҡ ауырға төшә. Унда, моғайын, утыҙ-ҡырыҡ йыллап бер нимә лә етди эшләнелмәгән. Былай артабан йәшәргә һәм эшләргә ярамағанлығы аңлашылып тора – беҙ был эштә ҡатнашырға әҙер.

Вадим Гаглоев Өфөгә килеүенең төп маҡсаттарының береһе тип цирк менән танышыуҙы атаны.

— Яңыраҡ был вазифаға тәғәйенләнеүемә һәм дүрт ай эшләүемә күрә, хәҙер бөтә цирктарға йөрөп, уларҙың ниндәй хәлдә булғанын ҡарайым, артистар менән осрашам. Тағы ла бер маҡсат– хәҙергесә әйткәнсә «юл картаһын» – цирктың капиталь ремонтын үткәреү өсөн план төҙөү. Цирктарҙың етмешенсе-һикһәненсе йылдарҙа төҙөлгәнен белеп тораһығыҙ. Һәм, әлбиттә, шул ваҡыттан алып бер нимә лә эшләнмәгән – бер ниндәй ҙә капиталь ремонт үткәрелмәгән. Өфө циркы 1968 йылда төҙөлгән, оҙаҡламай илле йыл тула. Йәше шаҡтай ҙур, тәртипкә килтерергә кәрәк.

Осрашыу һуңында журналистар менән әңгәмәлә Вадим Гаглоев һүҙҙең Өфө циркы майҙансығын нисек файҙаланып булыу тураһында барғанын хәбәр итте.

— Тамашасыларҙы ултыртыу урындары буйынса майҙансыҡ ҙур ғына – алты урынһыҙ ике мең. Цирк тамашаларынан тыш уны концерт саралары өсөн дә файҙаланырға мөмкин, төрлө ҡала һәм республика саралары үткәреү өсөн мөмкинлектәре бар. Минең ҡарашҡа, цирк төбәктә бик әүҙем тормош алып барырға тейеш. Ул беренсе. Икенсе – цирк ремонт талап итә. Рәсәй Федерацияһының эре төбәгендә циркты заманса тейешле хәлгә килтереү – ул бик мөһим эш. Дүшәмбенән беҙ эшләй башлаясаҡ проекттар тәжрибәһе буйынса – ул Иваново ҡалаһында – ул өс йөҙ – өс йөҙ илле миллион һум самаһы. Әммә быны, әлбиттә, проект күрһәтәсәк, сөнки бында профессионалдар: конструкторҙар, инженерҙар һәм башҡа белгестәр эшләргә тейеш, — тине Рәсәй дәүләт циркы башлығы.