4 декабрь, Йәкшәмбе

19 июнь 2014 йыл, 16:30

Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы: «2014 йылдың 14 сентябрендә бюллетендәрҙә «барыһына ла ҡаршы» графаһы булмаясаҡ»

автор: Ғәлиә Нәбиева | фото: Андрей Старостин

2014 йылдың 14 сентябрендә муниципаль һайлауҙарҙа бюллетендәрҙә «барыһына ла ҡаршы» графаһы булмаясаҡ. Бының тураһында «Башинформ» агентлығында матбуғат конференцияһында республика Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Хәйҙәр Вәлиев хәбәр итте.

Ҡануниәткә ярашлы, «барыһына ла ҡаршы» тип 2015 йылдың 1 ғинуарынан урындағы үҙидара вәкәләтле органдары депутаттарын һәм вәкәләтле кешеләрҙе һайлағанда ғына тауыш бирергә мөмкин буласаҡ.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, «барыһына ла ҡаршы» графаһы бюллетендәрҙә 2006 йылдан алып булманы. Алдан, Президент һайлауҙарынан тыш, бөтә өс кимәл һайлауҙарға ла был вариантты ҡайтарыу ҡарала, әммә һөҙөмтәлә урындағы кимәл менән генә сикләнергә ҡарар ителде.

— Шуныһы мөһим: әгәр һайлау округында иң күп тауыш йыйған кандидатҡа ҡарағанда, күберәк һайлаусы бөтә кандидаттарға ҡаршы тауыш бирһә, һайлауҙар булманы тип таныла, — тип аңлатты Хәйҙәр Вәлиев.