6 декабрь, Шишәмбе

19 июнь 2014 йыл, 15:47

Хәйҙәр Вәлиев: «Ваҡытынан алда тауыш биреү Башҡортостанда 3 сентябрҙә башланасаҡ»

автор: Ғәлиә Нәбиева

— 2014 йылда һайлау кампанияларында ваҡытынан алда тауыш биреү Башҡортостанда тик муниципаль һайлауҙарҙа ғына буласаҡ, — тип билдәләне республика Үҙәк һайлау комиссияһы башлығы Хәйҙәр Вәлиев. — Ул 2014 йылдың 3 сентябрендә башланып 13 сентябрендә тамамланасаҡ. Ваҡытынан алда һайлауҙар участка һайлау комиссияларында ойоштороласаҡ.

Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Хәйҙәр Вәлиев «Башинформ» агентлығында матбуғат конференцияһында 2014 йыл һайлау кампанияларының үҙенсәлектәре тураһында һөйләне.

Муниципаль һайлауҙар быйыл ваҡытынан алда тауыш биреү кеүек ҡануниәттәге яңылыҡтар менән оҙатыла.

— Хәҙер федераль законға ярашлы, һайлауҙар көнөндә һайлаусылар исемлегенә индерелгән һайлау участкаһына килә алмаясаҡ һайлаусыға, әгәр теркәүҙәр төшөрөү таныҡлығы буйынса тауыш биреү ҡаралмаһа, тейешле территориаль йәки участка һайлау комиссияһы бинаһында бюллетенде тултырыу ысулы менән алдан тауыш биреү мөмкинлеге бирелергә тейеш, — тип аңлатты Хәйҙәр Вәлиев.