8 декабрь, Кесе йома

19 июнь 2014 йыл, 14:52

«Берҙәм Рәсәй» и КПРФ Үҙәк һайлау комиссияһына Президент һайлауҙарына кандидаттарҙы күрһәтеү буйынса конференциялар үткәреү тураһында хәбәр итте

автор: Ғәлиә Нәбиева | фото: Андрей Старостин

«Берҙәм Рәсәй» и КПРФ Үҙәк һайлау комиссияһына ваҡытынан алда республика Президенты һайлауҙарына кандидаттарҙы күрһәтеү буйынса конференциялар үткәреү тураһында мәғлүмәтте «Башинформ» агентлығында матбуғат конференцияһында хәбәр итте. Белдереү ҡағыҙын сәйәси партиялар конференция үткәреүгә тиклем өс көндән дә алданыраҡ күрһәтергә тейеш.

Республика Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Хәйҙәр Вәлиев ҡануниәт тәҡдим иткән Башҡортостан Республикаһы Президентын һайлау механизмы беренсе тапҡыр ҡулланылыуын һөйләне.

— Беренсенән, Башҡортостан Республикаһы Президенты вазифаһына кандидаттар федераль законға ярашлы һайлауҙарҙа ҡатнашыу хоҡуғына эйә булған сәйәси партиялар тарафынан ғына тәҡдим ителә ала. Әгәр сәйәси партия уставы сәйәси партияның төбәк бүлексәһенең кандидатты күрһәтеүҙе ҡараһа, тимәк кандидатты тейешле төбәк бүлексәһе күрһәтә, — тип аңлатты Үҙәк һайлау комиссияһы башлығы.

5 июнгә ҡарата Рәсәй Федерацияһындағы һайлауҙарҙа ҡатнашыу хоҡуғына 77 теркәлгән сәйәси партияның 69-ы эйә ине. Республика территорияһында һайлауҙарҙа ҡатнаша алған сәйәси партиялар исемлеген РФ Юстиция министрлығы 22 июндән дә ҡалмай баҫтырып сығарырға тейеш.

Тағы ла бер яңылыҡ – кандидат күрһәтеүҙе хуплауға муниципаль берәмектәрҙең вәкиллекле органдары депутаттарының ҡултамғалары йыйылырға тейеш. Бындай ҡултамғаларҙың һаны билдәләнгән дөйөм депутаттар иҫәбенән биш процент тәшкил итергә тейеш һәм уларҙың төп нөсхә булыуы нотариаль теркәлергә тейеш.

— Башҡортостан Республикаһы Президенты вазифаһына кандидат күрһәтеүҙе хуплап республика муниципаль берәмектәре вәкиллекле органдарынан 457 депутаттың ҡултамғаһы йыйылырға тейеш, шул иҫәптән муниципаль райондарҙың һәм ҡала округтарының вәкиллекле органдарындағы 57 депутаттың ҡултамғаһы. Был 57 ҡултамға кәмендә 48 муниципаль районда һәм ҡала округында йыйылырға тейеш, — тип аңлатты Хәйҙәр Вәлиев.

Республика башлығы вазифаһына кандидаттың өс кандидатура тураһында документтар тапшырыуы мотлаҡ, уларҙың берәүһенә, кандидаттың Президент итеп һайланыу осрағында, Федерация Советы ағзаһы вәкәләте бирелә.

Тулыраҡ Хәйҙәр Вәлиев һайлау кампанияһын финанслау тураһында һөйләне.

— Башҡортостан Республикаһы Президенты вазифаһына кандидаттар үҙҙәренең һайлау фондтарын булдырырға тейеш. Бындай фонд кандидаттың үҙ средстволары, уны күрһәткән сәйәси партия бүлгән средстволар, граждандарҙың һәм юридик шәхестәрҙең ирекле иғәнәләре иҫәбенә ойошторола. Кандидаттың һайлау фонды средстволарынан тотоноу күләме 200 миллион һумдан артмаҫҡа тейеш.