Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.66 ↑

EUR 63.72 ↓

21 ғинуар, Шәмбе

Уфа   °

Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ фонды Башҡортостандың йорттарҙы капиталь ремонтлау өсөн саралар биреүгә заявкаһын хупланы

Иҡтисад

Торлаҡ-коммуналь хужалыҡты реформалаштырыуға булышлыҡ итеү фонды идараһы күп фатирлы йорттарҙа капиталь ремонт үткәреү өсөн финанс ярҙам күрһәтеүгә Башҡортостандың заявкаһын хупланы. Был хаҡта республиканың Торлаҡ-коммуналь хужалығы министрлығы сайтында хәбәр ителә.

Башҡортостан дәүләт корпорацияһы иҫәбенән 196,21 миллион һум аласаҡ, финанслау тәртибендә төбәктәргә 193,06 миллион һум бүленәсәк. Был аҡсалар һигеҙ муниципаль берәмек территорияһындағы 108 күп фатирлы йортта капиталь ремонт үткәреүгә йүнәлтеләсәк, шунлыҡтан 19910 кешенең йәшәү шарттары яҡшыртыласаҡ.

2008-2013 йылдарҙа Башҡортостанға күп фатирлы йорттарҙа капиталь ремонт программаһын тормошҡа ашырыу өсөн Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ фонды средстволарынан 6,6 миллиард һум бүленгән, финанслау тәртибендә төбәк 1,4 миллиард һум өҫтәгән. Был аҡсалар 1223 күп фатирлы йортта капиталь ремонт үткәреүгә һәм 247746 кешенең йәшәү шарттарын яҡшыртыуға йүнәлтелгән.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть